Урыҫса "чага", йәки беҙҙеңсә "ҡыу", "ҡайын ороһо" – ҡайын олононда үҫеүсе ҡара төҫтәге бәшмәктең файҙаһы ҙур. Унан әҙерләнгән төнәтмәне ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуҙарынан ҡулланыу кәңәш ителә. Төнәтмәне нисек әҙерлә тиһегеҙме? Ҡыу республикабыҙҙа киң таралған. Ул Көньяҡ Уралда, Урал аръяғы райондарында, Һаҡмар йылғаһы тирәһендә йышыраҡ осрай. Дауалау маҡсатында ҡыу халыҡ медицинаһында бик борондан ҡулланылып килә. Медицина фәне лә уның шифаһын иҫбат иткән. Ҡыу составында флавоноидтар, агарцин кислотаһы, марганец тоҙҙары һ.б. биологик актив матдәләр бар.Ҡыуҙы йыл буйына әҙерләргә мөмкин. Әммә көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын уңайлыраҡ. Уны уға оҡшаш башҡа бәшмәктәр менән бутарға ярамай. Ҡыуҙың тышы ҡытыршы була. Бәшмәкте балта менән сабып алалар. Сүп-сарҙан таҙартҡандан һуң ул киҫкеләп ваҡлана ла 50-60 градус йылылыҡтағы мейестә киптерелә. Мейес башында ла киптерергә мөмкин. Ҡоро ерҙә һаҡлағанда ҡыу ике йылға тиклем шифаһын юғалтмай.Халыҡ медицинаһында ҡыуҙан әҙерләнгән төнәтмәне ашҡ