Ошо көндәрҙә МХО яугирҙары өсөн Туймазы эшҡыуарҙарынан техника менән өсөнсө гуманитар йөк оҙатылды. 4 "Нива” һәм 4 “Эндуро" мотоциклы беҙҙең яҡташтарыбыҙға оҙатылды. Машиналарҙың береһен ХАМ позывнойлы МХО ветераны алып бара. Ир быйыл ғинуарҙа МХО-нан ҡайтҡан. Хәҙер ул һаулығын нығыта, эшкә урынлашты, әммә элекке хеҙмәттәштәренә ярҙам итергә тырыша. Транспортты «Гелиодор», «Автодор», КФХ «Весна», магазина «Молоток», ИП Якупов К.Т. предприятиелары етәкселәре һәм туймазылағы әрмән диаспораһы бергәләп һатып алды. Машиналар һәм мотоциклдар ебәрер алдынан төплө әҙерләнә: тулы техник тикшереү үткәрелә, кәрәкле урында ремонтлана. Туймазыларҙы алыҫ юлға оҙатырға «Goldstar» вокаль студияһы килде. "Етегән" гәзите сайтынан.