Иглин ауылының “Ҡояшлы” паркында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән яңы уйын майҙансығы барлыҡҡа килде. Был хаҡта Иглин районы хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Объектты “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) һәм “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә төҙөнөләр. Эшкә 4,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Проект сиктәрендә территорияны планлаштырыу үтәлә, асфальт-бетон япма һалына, бордюрҙар һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйыла, хәүефһеҙ резина япма монтажлана. “Хәҙер балаларыбыҙҙың сикләүһеҙ уйнай алған урыны бар. Был майҙансыҡ ҡына түгел – ул үҙен йәмғиәттең бер өлөшө итеп тойоу мөмкинлеге”, – тип уртаҡлашты инвалид баланың әсәһе Лиана Ғәлләмова. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфр