Йорттарында тегеү цехы асҡандар Стәрлетамаҡ районының Загородный ауылында алыҫтан уҡ үҙенә иғтибарҙы йәлеп иткән мөһабәт йорт хужаларын белмәгәндәр һирәктер. Бында Мөстәҡимовтар ғаиләһе махсус хәрби операцияла ҡатанашыусылар өсөн кейем-һалым тегеү цехы асҡан. Шуға күрә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе, ирекмәндәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, бер һүҙ менән әйткәндә, Тыуған ил, республика, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр яҙмышына битараф булмаған һәр кемде осратырға мөмкин. –Махсус хәрби операция иғлан ителеү менән шәхси эшҡыуарлыҡ ойоштороп, ошо мөһим эште башларға ҡарар иттек. Предприятиены үҫтереүгә 300 мең һумлыҡ грант алып, алты теген машинаһы һатып алдыҡ. Бәләкәй генә булһа ла, тегеү цехы асыу ине маҡсатыбыҙ. Тик хыялыбыҙ тормошҡа ашманы – тегеү менән шөғөлләнергә теләк белдереүселәр булманы, кеше килмәне. Шуға күрә иркен ике ҡатлы йортобоҙҙоң бер ҡатында тегеү, икенсе ҡатында кейемдәрҙе бесеү бүлмәһе булдырҙыҡ, – ти һөйләй профессиональ тегенсе Гөлнур Кәшфелислам ҡыҙы. – Шулай итеп, район хакимиәте биргән ике төргәк туҡыманан эш башланыҡ. Бүлмәләге өс өҫтәлдә теген машиналары ултыра, һәр ерҙә әҙер кейем-һалым, йоҡо тоҡтары, курткалар һәм башҡа кәрәк –яраҡ. “Спонсорҙар төрлө туҡыма менән тәьмин итә, Өфөләге күмәртәләп һатып алыу базаһынан да алабыҙ. Йомшаҡ флис туҡымаһынан толстовкалар, курткалар, башлыҡтар тегәбеҙ. Һалдаттар уларҙы бик яратып кейә. Мәскәү ҡалаһынан килтерелгән селтәр туҡыманан тегелгән футболкаларҙы ла егеттәр һорай. Кулирка тигән йомшаҡ һәм еңел трикотаж туҡымаһы көндәлек кейем өсөн генә түгел, ә эске кейем-һалым, хатта балалар кейеме өсөн дә яраҡлы. Беҙ унан яугирҙәргә футболкалар тегәбеҙ. Ул һауаны яҡшы үткәрә, аллергияға ҡаршы үҙенсәлеккә эйә, йылы көндә лә кейергә мөмкин. Бына бөгөн Курск йүнәлешендә 1220-се полк кураторы Гүзәл Горячева аша алғы һыҙыҡҡа ошондай илле футболка, утыҙ пар ойоҡбаш, ете плащ-палатка һәм кимереүселәрҙән арындырыусы бөтнөк үләне оҙаттыҡ. Шулай уҡ госпиталь өсөн дарыуҙартапшырҙыҡ. Беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ ҙа артты. Төркөмөбөҙгә госпиталь өсөн трустар тегеүгә әүҙем тотонған һәм плащ-палаткалар тегеүҙе үҙләштергән Валентина һәм Екатерина ла ҡушылды. Туҡыма һәм фурнитура алыуға аҡса йыйыуҙы ойошторған Илья Алушкинға рәхмәтебеҙ сикһеҙ, шуға күрә эшебеҙҙә тотҡарлыҡ юҡ. Кисә элекке танышыбыҙ һәм фекерҙәшебеҙ К.Григорийға сираттағы ике “Шүрәле ” костюмын тапшырып, уны бик шатландырҙыҡ. Был костюмды сәнғәт өлгөһө тип атарға булалыр, оҙаҡ ваҡыт талап итһә лә, шуға торошло, осоп йөрәгән “ҡарсығалар” ҙа яугирҙе таный алмаясаҡ. Уны алған яугирҙәрҙең береһе кейеп үлсәп ҡарағандан һуң, рәхмәт әйтеп, фотоһын ебәрә һалған. Был костюмға ихтыяж ҙур, уны тегеү эше лә ҡатмарлы ғына, бер аҙна ваҡытты ала. Оксфорд туҡымаһынан тегелгән 16 плащ-палаткабыҙ һалҡын, ямғырлы миҙгелде үткәрергә һәм дошмандан һаҡланырға ярҙам итәсәк, – тип, эштәренең көйлө барыуына һөйөнә Гөлнур Мөҡтәсимова. – Яңы ғына ялға ҡайтҡан танкист егет, ҡатыны менән беҙгә килеп, ошондай ун дана кейемгә заявка бирҙе”. Мөстәҡимовтарға йоҡо тоҡтарын тегеү өсөн туҡыма һәм синтепон алырға спонсорҙар ярҙам ҡулы һуҙған. Салауат ҡалаһында йәшәгән пенсионер ҙа дөйөм эшкә өлөшөн индермәксе булып, ОЗОН-дан резинка, еп кеүек бик кәрәкле әйберҙәр яҙҙырған. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре туҡымалар килтерә, кейемдәрҙе бесергә ярҙам итә. Ирле-ҡатынлы Мөстәҡимовтар ҡышҡа табан маскировкалау халаттары тегеүгә ултыра. Туҡыма ҡалдыҡтарынан ҡорама юрған, йылы жилеттар тегергә өйрәнгәндәр. Эш башлағандан алып, 6,5 мең изделие тегеп, яугирҙәргә ебәрелгән. Сауҙа нөктәләрендәге толстовкалар ике-өс мең һум торһа, уларҙың йылы кейемдәренең үҙ ҡиммәте ни бары – 500 һум. “Ауструм” ирекмәндәр ойошмаһына һалдаттарға бүләк итеү өсөн бер мең изделие тапшырған тегенселәр. Гөлнур Кәшфислам ҡыҙы 13 йыл тегеү фабрикаһында эшләгән. Әле лә яратҡан эшен дауам итеүе менән ҡәнәғәт. Тормош иптәше Радик Миниәхмәт улы оҙаҡ йылдар төҙөлөш тармағында хеҙмәт иткән. Тормоштары күптән яйға һалынған, ике улының да аяҡҡа баҫып, донъя ҡороуына, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә шарттары булыуына ҡарамаҫтан, пенсионерҙар мәшәҡәтле эшкә тотоноуына һис үкенмәй, уны намыҫ эше тип иҫәпләй. – Гөлнур иртән тороу менән теген машинаһы артына ултыра, мин баҡсала, ихатала йөрөп инһәм, ул һаман да урынынан ҡуҙғалмаған була. ”Әйҙә мине лә өйрәт әле, бәлки, ҡулдан килер”, тим. Шулай итеп, мин дә оҫтарып киттем. Баҡса мәшәҡәттәрен бөтөрөп инеүгә, Гөлнур минең өсөн эште өйөп әҙерләп ҡуя. Ҡайһы берәүҙәр беҙҙең үҙебеҙ һайлап алған ығы-зығы эсендә ҡайнап йәшәүебеҙгә аптырай, әлбиттә. “Беҙгә дан да, аҡса ла кәрәкмәй”, тигәнебеҙгә бик ышанмайҙар ҙа шикелле. Ҡазан ҡалаһында һәм районыбыҙҙың Байраҡ ауылдарында йәшәгән улдарыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең хуплауы беҙгә көс һәм ышаныс бирә. Һәр кемдең үҙ ихтыярында инде, – ти Радик Миниәхмәт улы. Быйыл май айында Золотоношка ауылында мемориал асыуға арналған сарала ҡатнашып, Мөстәҡимовтар ирекмәндәр төркөмө менән бергә күргәҙмәлә утыҙ исемдәге изделиеларын тәҡдим иткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Мәскәү ҡунағы, дәүләт эшмәкәре Сергей Степашиндың төркөм эшмәкәрлеген юғары баһалауҙары тағы ла нығыраҡ ҡанатландырған эшҡыуарҙарҙы. – Рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңелле, әлбиттә. Былтыр “Йыл танылыуы” сараһы беҙҙең өсөн көтөлмәгән ысын байрам булды, йыл һөҙөмтәһе буйынса ирекмәнлек хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаныбыҙ өсөн диплом тапшырҙылар. Был осорҙа хәрби яҡташтарыбыҙға 700-гә яҡын изделие тегеп тапшырҙыҡ. 29603-сө хәрби часть командованиеһы даими гуманитар ярҙам күрһәткәнебеҙ өсөн”Фронтҡа ярҙам иткән өсөн” миҙалы менән бүләкләне. Ирекмән Сергей, “Айыу” позывнойлы яугирҙең (хәҙер ул бер туғаныбыҙ кеүек) һеңлеһе Әлиә, ирекмәндәр Александр, Марсель һәм башҡа бик күптәр менән беҙҙе яҙмыш бергә бәйләне. Загородный, Отрадовка, Байраҡ ауылдары халҡы тарафынан йыйылған аҡсаға алынған туҡыманан тегелгән футболкалар, госпиталдәге яралылар өсөн ауылдашыбыҙ Зөһрә килтергән туҡыманан тегелгән трустар, Рыльск госпиталы өсөн селтәрҙән тегелгән уңайлы футболкалар егеттәребеҙгә тиҙерәк һауығырға ярҙам итер тип уйлайбыҙ. Салауат ҡалаһынан килеп, беҙгә материалдар алырға ярҙам иткән Гөлнара Рәхимованы нисек онотмаҡ кәрәк? – ти Гөлнур Кәшфелислам ҡыҙы. Курск йүнәлешендә хеҙмәт иткән “Гавр”позывнойлы яугир ҡатыны менән был мәрхәмәтле йортта йыш ҡунаҡ. Яңыраҡ уның заякаһы буйынса тегелгән “Шүрәле” костюмын тапшырғандар, тәмле сәй артында әңгәмәләшеп, яҡын кешеләрҙәй булып айырылышҡандар. “Уның подразделениеһындағы ҡоралдашы өсөн тағы бер костюм тегергә вәғәҙә бирҙек. “Гавр”ҙың шул тиклем тәрбиәле, итәғәтле булыуы һоҡландырҙы, беҙҙең изделиеларыбыҙ егеттәребеҙгә хәрби хеҙмәттәрен уңышлы алып барырға ярҙам итһен ине, тип ысын күңелдән теләйбеҙ. Эргәбеҙҙә ни тиклем йомарт, изгелекле кешеләр артһа, беҙ ҙә яугирҙәр өсөн байтаҡҡа күберәк эш башҡара аласаҡбыҙ. Яугирҙәр һорауы буйынса селтәр туҡымаһынан тегелгән футболкаларҙы күмәк көс менән Рыльск госпиталенә ебәрә алыуыбыҙға шатланабыҙ. Ирекмән Григорий махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөк ташыуҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Яңыраҡ беҙҙең яңы изделиены– ныҡлы, инновацион рип-стоп туҡымаһынан тегелгән “Шершунчик” курткаларын яугирҙәргә һынау, баһалау өсөн алып китте. Яңы изделиены һалдаттар нисек баһалар – шуға ҡарап уны производствоға ебәреү мәсьәләһе хәл ителәсәк. Ғөмүмән, флис туҡымаһынан тегелгән курткаларға, башлыҡтар, лонгсливтар, снудтар һәм камуфляждарға һәр саҡ ихтыяж булыуын яҡшы беләбеҙ. Достовалов исемендәге һәм Шайморатов исемендәге батальондар яугирҙәре өсөн толстовка һәм башлыҡ комплекттарын ирекмән Григорий аша оҙатып, уларға бурыстарын үтәүҙә уңыштар һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалдыҡ” ,– ти ирле-ҡатынлы Мөстәҡимовтар. “Ял итергә ваҡытығыҙ ҡаламы һуң?” – тигән һорауға ирекмәндәр ыңғай яуапланы. “Өйҙә теген машинаһы артында эшләйбеҙ ҙә йәшелсә, емеш-еләк баҡсаһында ял итәбеҙ. Хатта 95 йәшлек әсәйем Тәнзилә Рамазан ҡыҙы ла ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡалдыҡ туҡыма киҫәктәренән яугирҙәргә йылы япмалар эшләргә ваҡыт таба”, – ти Гөлнур Кәшфелислам ҡыҙы. Динә Арыҫланова. Стәрлетамаҡ районы. Резеда Шәңгәрәева фотолары.
Йорттарында тегеү цехы асҡандар Стәрлетамаҡ районының Загородный ауылында алыҫтан уҡ үҙенә иғтибарҙы йәлеп иткән мөһабәт йорт хужаларын белмәгәндәр һирәктер. Бында Мөстәҡимовтар ғаиләһе махсус хәрби операцияла ҡатанашыусылар өсөн кейем-һалым тегеү цехы асҡан. Шуға күрә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе, ирекмәндәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, бер һүҙ менән әйткәндә, Тыуған ил, республика, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр яҙмышына битараф булмаған һәр кемде осратырға мөмкин. –Махсус хәрби операция иғлан ителеү менән шәхси эшҡыуарлыҡ ойоштороп, ошо мөһим эште башларға ҡарар иттек. Предприятиены үҫтереүгә 300 мең һумлыҡ грант алып, алты теген машинаһы һатып алдыҡ. Бәләкәй генә булһа ла, тегеү цехы асыу ине маҡсатыбыҙ. Тик хыялыбыҙ тормошҡа ашманы – тегеү менән шөғөлләнергә теләк белдереүселәр булманы, кеше килмәне. Шуға күрә иркен ике ҡатлы йортобоҙҙоң бер ҡатында тегеү, икенсе ҡатында кейемдәрҙе бесеү бүлмәһе булдырҙыҡ, – ти һөйләй профессиональ тегенсе Гөлнур Кәшфелислам ҡыҙы. – Шулай итеп, район хаким