Бөгөн Өфөлә мәғариф мәсьәләләре буйынса зона кәңәшмәһе үтте. Уны вуз-ара кампустың Геном үҙәгендә ойошторҙолар һәм август кәңәшмәһе алдынан тармаҡтың бөтә мөһим проблемаларын тикшерҙеләр. Сарала республика власть органдары һәм 16 ҡала һәм райондың хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты. Кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы, төп доклад менән мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин сығыш яһаны. – Беҙ яңы уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ. Йола буйынса, август кәңәшмәһе сиктәрендә республика Башлығы мәғариф өлкәһендә төп йүнәлештәр бирә: иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә, нимә тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә. Әммә унан алдараҡ беҙ хакимиәт башлыҡтарын саҡырып зона кәңәшмәләре үткәрәбеҙ һәм улар менән көнүҙәк темаларҙы тикшерәбеҙ, сөнки ҡайһы бер мәлдәр тураһында урындарҙа яҡшыраҡ беләләр. Беҙ уларҙың һорауҙарына яуап бирәбеҙ, уларҙан тәҡдимдәр алабыҙ. Уларҙан бик күп кәрәкле нәмәләрҙе ишетеп, тормошҡа ашырабыҙ, – тине кәңәшмә башланыр алдынан Урал Килсенбаев.