Найти в Дзене

Иң тәмле, ысын ҡымыҙ ҡайҙа?

Башҡортостанда иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәр асыҡлана. Конкурс “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале барышында уҙа. Бәйге бер нисә этаптан тора. Беренсе этап ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәрен тикшереүҙе күҙ уңында тота. 15 минут дауамында улар 20 тест һорауына яуап бирергә тейеш. Икенсеһендә баһалама ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарай, уның сифатын баһалай. Әйткәндәй, ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәре ғәйәт күп. Мәҫәлән, ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында сирҙәр күҙәтелгәндә алмаштырғыһыҙ дауа. Ҡымыҙҙың организмға тәь­ҫире ҡатмар­лы һәм күп яҡлы. Дөрөҫ ҡулланғанда ҡы­мыҙҙың файҙаһы бик күп. Ҡайһы бер­ҙә­рен генә күрһәтәйек: бөтәһе­нән элек ҡы­мыҙ бик туҡлыҡлы. Организмдың тиҙ үҙ­ләштереүе йәһәтенән ул башҡа бөтә һөт ризыҡтары араһында иң беренсе урын­да тора. Бынан тыш, ҡымыҙ аҙыҡтың яҡ­шы үҙләштерелеүенә ярҙам итә, аш һең­дереүҙе яҡшырта, аппетитты арттыра. Ҡымыҙҙа организмды ны­ғытыу өсөн кәрәкле бул

Башҡортостанда иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәр асыҡлана. Конкурс “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале барышында уҙа. Бәйге бер нисә этаптан тора. Беренсе этап ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәрен тикшереүҙе күҙ уңында тота. 15 минут дауамында улар 20 тест һорауына яуап бирергә тейеш. Икенсеһендә баһалама ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарай, уның сифатын баһалай. Әйткәндәй, ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәре ғәйәт күп. Мәҫәлән, ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында сирҙәр күҙәтелгәндә алмаштырғыһыҙ дауа. Ҡымыҙҙың организмға тәь­ҫире ҡатмар­лы һәм күп яҡлы. Дөрөҫ ҡулланғанда ҡы­мыҙҙың файҙаһы бик күп. Ҡайһы бер­ҙә­рен генә күрһәтәйек: бөтәһе­нән элек ҡы­мыҙ бик туҡлыҡлы. Организмдың тиҙ үҙ­ләштереүе йәһәтенән ул башҡа бөтә һөт ризыҡтары араһында иң беренсе урын­да тора. Бынан тыш, ҡымыҙ аҙыҡтың яҡ­шы үҙләштерелеүенә ярҙам итә, аш һең­дереүҙе яҡшырта, аппетитты арттыра. Ҡымыҙҙа организмды ны­ғытыу өсөн кәрәкле булған С витаминының күп булыуын һәм был яҡтан ҡымыҙҙың әфлисун, лимон кеүек емештәргә тиң икәнен бил­дәләргә кәрәк. Ул хәлһеҙләнгән орга­низмға көс өҫтәй. Ҡымыҙ менән дауалан­ғанда тотош организм нығый, мускулдар­ҙың көсө арта. Ҡымыҙҙың ҡан составына яҡ­шы тәьҫир итеүе, организмда матдәләр алмашыныу эш­мә­кәрлеген яҡшыртыуы, нервылар системаһын сыныҡ­ты­рыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙҙың иммунитетты нығы­тыуын, ир-аттың ирлек ҡеүәтен көсәйтеүен дә иҫбатланы, был иһә уның “тере эсемлек” булыуына бәйле. Биоәүҙем матдәләргә, В, РВ, С, А, Е төр­көмө витаминдарына бай. Күреүебеҙсә, батырҙар эсемлеге тигән даны юҡҡа түгел. Әле һәр районда ҡымыҙ етештереү­селәр үҙҙәренең тәмле, шифалы эсемле­ген тәҡдим итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡы­мыҙға һыу ҡушып һатыусылар ҙа осрай. Ҡымыҙ алғанда уны тәмләп алығыҙ. Ә ҡымыҙ етештереүселәргә шуны теләр инек: халҡыбыҙҙың милли эсемлеге бул­ған ҡымыҙҙың сифатлыһын ғына тәҡдим итһендәр. Ул сағында клиенттар һеҙҙе үҙҙәре эҙләп табыр. Әйткәндәй, башҡорт аты, башҡорт ҡымыҙын данлаған сараларҙың береһе "Башҡорт аты" фестивале быйыл да Баймаҡ районының Граф күле янында үтәсәк. Сара 6 сентябргә планлаштырылған. Автор фотолары.