Найти в Дзене

“Ун икеһе лә үҙебеҙҙеке!”

Бөгөн Башҡортостанда 60 меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдығылыҡты тота. Герой-әсәләр һаны ла артып, туғыҙға етте. Улар юғары исемдән тыш, һөйөнөслө бүләк – бер миллион һум күләмендә түләү ҙә аласаҡ. Әлбиттә, эш юғары наградаларҙа, бүләктәрҙә, яңғырауыҡлы исемдәрҙә түгел. Күп бала үҫтереү – бөтә күңел йылыңды, тырышлығыңды, фиҙакәрлегеңде һалып, бер кемдән изгелек көтмәй башҡарылған оло хеҙмәт. Һәр кемдең ҡулынан килмәүе лә мөмкин, әммә, бәхеткә күрә, ундай оло, татыу ғаиләләр эргәбеҙҙә бар һәм буласаҡ. Баҡалы районында йәшәгән Илзида һәм Радик Бахрамовтарҙың ҙур йортонда 12 бала үҫә. Алтыһын – Анастасия, Раил, Тимур, ике Кирилл һәм Милананы – ғаилә тәрбиәгә алған. Үҙҙәренең өс өлкән балаһы үҙ аллы тормошҡа баҫҡан инде. Ғаиләләге һәр бала хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алынған. Ата-әсә уларҙы хеҙмәт һөйөргә, өлкәндәргә ҡарата хөрмәтле мөнәсәбәт тәрбиәләргә өйрәтә. Балаларҙың яҡшы уҡыуы, тәртипле булыуы, мәктәптә уңы

Бөгөн Башҡортостанда 60 меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдығылыҡты тота. Герой-әсәләр һаны ла артып, туғыҙға етте. Улар юғары исемдән тыш, һөйөнөслө бүләк – бер миллион һум күләмендә түләү ҙә аласаҡ. Әлбиттә, эш юғары наградаларҙа, бүләктәрҙә, яңғырауыҡлы исемдәрҙә түгел. Күп бала үҫтереү – бөтә күңел йылыңды, тырышлығыңды, фиҙакәрлегеңде һалып, бер кемдән изгелек көтмәй башҡарылған оло хеҙмәт. Һәр кемдең ҡулынан килмәүе лә мөмкин, әммә, бәхеткә күрә, ундай оло, татыу ғаиләләр эргәбеҙҙә бар һәм буласаҡ. Баҡалы районында йәшәгән Илзида һәм Радик Бахрамовтарҙың ҙур йортонда 12 бала үҫә. Алтыһын – Анастасия, Раил, Тимур, ике Кирилл һәм Милананы – ғаилә тәрбиәгә алған. Үҙҙәренең өс өлкән балаһы үҙ аллы тормошҡа баҫҡан инде. Ғаиләләге һәр бала хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алынған. Ата-әсә уларҙы хеҙмәт һөйөргә, өлкәндәргә ҡарата хөрмәтле мөнәсәбәт тәрбиәләргә өйрәтә. Балаларҙың яҡшы уҡыуы, тәртипле булыуы, мәктәптә уңыштарға өлгәшергә тырышыуы, хеҙмәттәренең емеш биреүе ата-әсәне һөйөндөрә. Анастасия һәм Милана 9-сы класты тамамлағандан һуң, колледжға инергә йыйына. Раил һәм Кириллдарҙың икеһе лә мәктәптә уҡый. Бәләкәйҙәре Тимур балалар баҡсаһына йөрөй. Оло ғаиләнең һәр көнө төрлө ҡыҙыҡлы саралар, тәбиғәткә походтар, спорт менән шөғөлләнеүҙәр менән үтә. Ҡыҙҙар аш-һыу бешерергә өйрәнә, бейергә һәм йырларға ярата, малайҙар спорт һәм техника менән мауыға. Ғаиләлә ябай ғына нимәләргә һөйөнә һәм бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға беләләр. Илзида Рафаил ҡыҙы үҙен тулыһынса балалар тәрбиәләүгә арнаған. Мәшәҡәттәр етерлек – хужалыҡ та, балаларҙы тәрбиәләү, дәрес әҙерләшергә ярҙам итеү ҙә уның өҫтөндә. Радик Ҡасим улы – ғаиләнең ышаныслы терәге. Бар яҡтан да өлгөлө атай “Атайҙар фиҙакәрлеге” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған. Бахрамовтарҙың ҡаҙаныштары етерлек: Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының “Күп балалы ғаилә” номинацияһында грамотаға лайыҡ булыу, район кимәлендә үткәрелгән халыҡ ижады фестивалендә 3-сө дәрәжә лауреат исемен яулау, район һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан дары өсөн рәхмәт һүҙҙәре ишетеү күңелле, әлбиттә. Иң мөһиме, Бахрамовтар ғаиләһендәге һәр бала үҙен кәрәкле, яратылған һәм яҡланған итеп тоя, сөнки бында уны тыңлай ҙа, ярҙам итә лә, тормошта юл күрһәтә лә беләләр. Шундай ҙур ғаиләләрҙең береһе Ҡариҙел районының Абдулла ауылында йәшәй. Айгөл һәм Булат Мөхәмәтовтар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә – шуларҙың дүртеһен тәрбиәгә алғандар, үҙҙәренең бер ҡыҙы үҫә. Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы балалар яҡшы уҡыһын, төрлө сараларҙа ҡатнашһын, һәр яҡтан да үҫешһен өсөн бөтә тырышлығын уларҙы тәрбиәләүгә бирә. Булат Ғата улы үҙ өлгөһөндә малайҙарҙы эшкә, үҙҙәрен ышаныслы тоторға, маҡсат ҡуйырға өйрәтә. Һөйөү һәм тырышлыҡ мөғжизә тыуҙыра, был ғаиләлә үҫкән балаларҙың тормошта юғалып ҡалмауына, үҙ юлдарын табыуына ышанабыҙ. Ысынлап та, күп бала тәрбиәләп үҫтереүгә үҙеңде арнау көндәлек батырлыҡҡа, фиҙакәр, тынғыһыҙ хеҙмәткә тиң. Тап дәүләт ярҙамы саралары ҙур ғаиләләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, мәшәҡәттәрен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән дә инде. 2004 йылда республикала социаль ярҙам сараларына 25 200, 8 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәй Федерацияһында етенсе урынды биләй. Республикала халыҡтың уртаса йәше 39, 9 йәш тәшкил итә. Ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләп үҫтереүҙәге уңыштары өсөн ата-әсәләргә наградалар, дәртләндереү саралары ҡаралыуы ла дәүләт тарафынан күрһәтелгән оло хәстәрлек. Хәҙерге ваҡытта социаль ярҙам сараларын 1,1 миллион кеше алһа, шуларҙың 204 меңдән ашыуы – балалы ғаиләләр. Былтыр “Башҡортостан Республикаһы халҡын социаль яҡлау” дәүләт программаһына ярашлы, граждандарға социаль ярҙамдың пособие, компенсация рәүешендәге төрҙәренә 31,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелһә, балалы ғаиләләргә – 10 миллиард һум самаһы. Күп балалы ғаиләләр өсөн, килем күләме күпме булыуына ҡарамаҫтан, шундай социаль ярҙам саралары ла ҡаралған: 23 йәшкә тиклем һигеҙ һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләргә бер тапҡыр түләнеүсе 622,8 мең һум аҡса тейеш. 14 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә йыл һайын Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса Яңы йыл бүләктәре тапшырыла. Был матур традиция 17 меңдән ашыу баланы йыл да һөйөндөрә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары быйыл тағы бер мөһим законға индерелгән өҫтәмәләрҙе раҫланы. Уға ярашлы, күп балалы ғаиләләр республика вуздары эргәһендәге колледждарҙа уҡыған балалар өсөн түләүҙәрҙең 50 процентын ҡайтара ала. “Колледждың юғары уҡыу йорто структураһына инеүе арҡаһында үткән йыл өсөн компенсация ала алмаған күп балалы ғаиләләр уҡыу өсөн түләүҙе өлөшләтә ҡайтара аласаҡ – уҡыу йылы өсөн 30 мең һумға тиклем. Йәшәү урынындағы Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына йәки Күп функциялы үҙәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк”, – тигән аңлатма бирҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Законға индерелгән был үҙгәреш күп бала тәрбиәләгән байтаҡ ата-әсәне һөйөндөргәндер, әлбиттә. Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН: “Күп балалы ғаилә – ил терәге. Ғөмүмән, бөтә ғаилә лә, тик күп балалы ғаилә – тағы ла нығыраҡ терәк. Ни өсөн күп балалы ғаилә мөһим? Һеҙ быны миңә ҡарағанда нығыраҡ беләһегеҙ. Сөнки бында кешенең ғаиләне һәм илде тотоп торған төп сифаттары тәрбиәләнә: өлкәндәргә хөрмәт, кескәйҙәр тураһында мөхәббәт һәм хәстәрлек, хеҙмәт һөйөүсәнлек, һәм “ғаилә” организмы менән бәйләнгән бөтә нимә. Был беҙ даими рәүештә һөйләгән һәм хуплаған тап традиция ҡиммәттәре лә инде”. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: “Иң мөһиме – иҡтисади тотороҡлоҡ. Һәм ул әсәлек капиталы ҙурлығына бәйле түгел. Тыуым өсөн илдең тыныс, ышаныслы үҫеше кәрәк. Ул кешеләрҙең тормошта үҙҙәрен таба алыуҙарына, яҡшы эш хаҡы булыуына ышаныста сағыла. Тағы бер шарт – тирә-яҡ мөхит имен, медицина сифатлы һәм файҙалана алырлыҡ булһын. Ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бәләкәй ауылдамы йәки ҙур ҡалаламы, балаларының мәктәптә яҡшы белем алыуы һәм вузға йәки колледжға инеүе өсөн ышанысы булһын”.