Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башкортостан 24

Өфө уттары - 11.08.2025 Башҡортостанда яңы кинотаҫма төшөрөлә

▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. "Кино – ул ысынбарлыҡ сағылышы", - тигән һүҙ бар. Тормошобоҙҙоң ыңғай һәм кире яҡтарын, проблемаларын һәм шатлыҡтарын кино сәнғәте сағыу һәм образлы сағылдыра. Нәфис һәм документаль кинотаҫманы экрандарға сығарып, тамашасыларға тәҡдим итеү – ул талант, эшһөйәрлек һәм сыҙамлыҡ талап иткән оло-ара хеҙмәт. Балалар темаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Айырыуса, етем һәм ғәрип сабыйҙар хаҡында төшөрөлгән кино. Тап ошо темаға барҙы 12 август кис эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуы. Айгиз Баймөхмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй" исемле әҫәре буйынса ҡуйылған был кинотаҫманың премьераһы 2025 йылдың ноябрь айында көтөлә. Фильмдың нисек һәм ҡайҙа төшөрөлөүө, проекттың маҡсаты, ижади төркөмдөң эш үҙенсәлектәре тураһында беҙ студия ҡунағы — Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы продюсеры Наил Мырҙагилдин менән әңгәмәләштек. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, пр

▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

   Өфө уттары - 11.08.2025 Башҡортостанда яңы кинотаҫма төшөрөлә
Өфө уттары - 11.08.2025 Башҡортостанда яңы кинотаҫма төшөрөлә

"Кино – ул ысынбарлыҡ сағылышы", - тигән һүҙ бар. Тормошобоҙҙоң ыңғай һәм кире яҡтарын, проблемаларын һәм шатлыҡтарын кино сәнғәте сағыу һәм образлы сағылдыра. Нәфис һәм документаль кинотаҫманы экрандарға сығарып, тамашасыларға тәҡдим итеү – ул талант, эшһөйәрлек һәм сыҙамлыҡ талап иткән оло-ара хеҙмәт.

Балалар темаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Айырыуса, етем һәм ғәрип сабыйҙар хаҡында төшөрөлгән кино. Тап ошо темаға барҙы 12 август кис эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуы.

Айгиз Баймөхмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй" исемле әҫәре буйынса ҡуйылған был кинотаҫманың премьераһы 2025 йылдың ноябрь айында көтөлә. Фильмдың нисек һәм ҡайҙа төшөрөлөүө, проекттың маҡсаты, ижади төркөмдөң эш үҙенсәлектәре тураһында беҙ студия ҡунағы — Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы продюсеры Наил Мырҙагилдин менән әңгәмәләштек.

▶️ Смотрите видео

--------------------------

Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене!

Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».