Беҙҙең танышыуыбыҙ бик ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Ямғыр яуа, ә беҙ теҙелеп баҫып концерт номерҙары ҡарап торабыҙ. Эргәмдә МХОнан ҡайтҡан Иҫке Бәпес ауылының шәп ир-егете Ғәйфуллин Нәсих Наил улы ҡул сатырын бер нисә кешегә еткерергә маташа. Шул ваҡыт һул яғымда торған егет мине ямғырҙан ҡаплай. Рәхмәт әйттем дә русса:"Вы откуда приехали?" - тигән булам. "С Баймака" - тигән яуапты ишеткәс:"Яҡташым икәнһең дә баһа! Һаумы, ҡустым!" - тип ҡосаҡлап күрештем. "Мин Шүлкәнән!" - тигәнемә ҡаршы:"Байтуринамы әллә? "-тигән һорауҙы ишетеп, аптырап ҡалдым. Күптән яттан белгән кешем, икеләтә ҡоҙам Рәсих Йортбәков булып сыҡты. Ағайым бик күп тапҡыр уның турала маҡтап, һоҡланып һөйләгәне бар ине. Беренсе Этҡол урта мәктәбенең физкультура уҡытыусы булып эшләүсе был егет үҙ уҡыусыларында аттарға, ат спортына ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Уның дәрестәренә уҡыусылар ат менән киләләр, атта һыбай йөрөргә, уҡтан атырға һәм төрлө күнегеүҙәргә өйрәнәләр. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға был бик оҡшайҙыр тип уйлайым, сөнки, әгәр м