Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәп-йәш ғүмер өҙөлдө

Бөрйән районы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәләк булған кеше менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн иртән Ҡағы – Иҫке Собханғол автомобиль юлының 24-се километрында авария булған. “Рено Сандеро” руле артында ултырған 24 йәшлек егет идара итеүҙе юғалтҡан һәм юлдан осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһында 19 йәшлек пассажир ҡыҙ алған йәрәхәттәренән вафат булған. Водитель үҙе һәм уның тағы бер пассажиры дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, егет элек водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған. Әле ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Һауа торошо боҙолоп тора. Бындай саҡта юл йөрөү айырыуса хәүефлегә әйләнә. Тиҙлекте арттырмай, хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағып йөрөгөҙ! Фото: ГАИ.