Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Улыбыҙ тыуғас, мәрхүм ағайымдың исемен ҡушҡайныҡ..."

Ҡазанда йәшәгән Динар Сафиндың әсәһе Роза улының исемен Саматҡа алмаштыра. Малайға ул сағында биш йәш була. Яңы исем һайлауға уларҙы нимә этәргән? Был хаҡта малайҙың әсәһе бына ниҙәр һөйләй.- Алты йәштән беренсе улым Инсафты яңғыҙым үҫтерҙем. Дөрөҫөрәге, ирем беҙҙе ташлап, икенсе кешегә китте. Йәмһеҙ һүҙҙәр әйтеп айырылышманыҡ, барыһын да уртаға һалып һөйләштек. Бик ауыр булды, күңел төшөнкөлөгөнә бирелдем. Ни тиһәң дә, ғүмер иткән ир бит. Ярай әле эргәмдә туғандарым булды. Әсәйем һәм бер туған ағайым Динар ауылдағы иҫке йорттарын һатып, беҙҙең йортҡа күсенде. Баланы аяҡҡа баҫтыраһы бар, үҙемә генә ауыр ине. Мин иртән эшкә сығып китәм - күрше ауылда иҙән йыуыусымын. Әсәйем өйҙө ҡарап ҡала. Динар ағайым Ҡазанға барып эшләй, улымды үҙ балаһылай яҡын күрә ине - хеҙмәт хаҡы алһа, уға тәм-том, уйынсыҡтар ташый. Тора-бара шәхси тормошом да яйланып китте, бер ир-ат менән таныштым. Озаҡ ҡына осрашып йөрөгәндән һуң, уның менән никах уҡыттыҡ. Бик итәғәтле, тәртипле кеше булып сыҡты. Улым Инсаф т

Ҡазанда йәшәгән Динар Сафиндың әсәһе Роза улының исемен Саматҡа алмаштыра. Малайға ул сағында биш йәш була. Яңы исем һайлауға уларҙы нимә этәргән? Был хаҡта малайҙың әсәһе бына ниҙәр һөйләй.- Алты йәштән беренсе улым Инсафты яңғыҙым үҫтерҙем. Дөрөҫөрәге, ирем беҙҙе ташлап, икенсе кешегә китте. Йәмһеҙ һүҙҙәр әйтеп айырылышманыҡ, барыһын да уртаға һалып һөйләштек. Бик ауыр булды, күңел төшөнкөлөгөнә бирелдем. Ни тиһәң дә, ғүмер иткән ир бит. Ярай әле эргәмдә туғандарым булды. Әсәйем һәм бер туған ағайым Динар ауылдағы иҫке йорттарын һатып, беҙҙең йортҡа күсенде. Баланы аяҡҡа баҫтыраһы бар, үҙемә генә ауыр ине. Мин иртән эшкә сығып китәм - күрше ауылда иҙән йыуыусымын. Әсәйем өйҙө ҡарап ҡала. Динар ағайым Ҡазанға барып эшләй, улымды үҙ балаһылай яҡын күрә ине - хеҙмәт хаҡы алһа, уға тәм-том, уйынсыҡтар ташый. Тора-бара шәхси тормошом да яйланып китте, бер ир-ат менән таныштым. Озаҡ ҡына осрашып йөрөгәндән һуң, уның менән никах уҡыттыҡ. Бик итәғәтле, тәртипле кеше булып сыҡты. Улым Инсаф та уны яратып кабул итте. Һуңыраҡ йөклө булыуымды белдем, бик шатландыҡ.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көтмәгәндә ғаиләбеҙгә ҡайғы килде. Йәй айында Динар ағайым юл фажиғәһенә осраны. Табиптар уны ҡотҡарып ҡала алманы, "Ашығыс ярҙам" машинаһында йән бирҙе. Ағайым үлгәндән һуң үҙемде бик яңғыҙ хис иттем. Көндөҙ ваҡыт эштә уҙа, төндәрен уны уйлап илай инем. Улыбыҙ тыуғас, ағайым иҫтәлегенә Динар тип исем ҡуштыҡ. Үлгән кешенең исемен ҡушырға ярамай тип әйтеүселәр күп булды. Төрлө юрау-ырымдарға ышанмайым мин, шуға күрә ҡолаҡ һалманым. Улыбыҙ бик илаҡ бала булды, биш йәшенә ҡәҙәр иланы. Аҡырмай ҙа, ләкин туҡтамай ҙа, бер төрлө шыңшып һәм үкһеп кенә тора. Ауыртҡан ере лә юҡ. Ышанмаҫһығыҙ, ләкин биш йәшенәсә мин бер тапҡыр ҙа Саматтың - ул саҡта Динарҙың - йылмайғанын күрмәнем. Эштәге ҡыҙҙар үләндәр менән дауалаған Света исемле ҡатынға барырға тәҡдим иттеләр. Ул беҙгә Динарҙың исемен Саматҡа үҙгәртергә ҡушты. Әйтеүенсә, “нар" йәһәннәм уты, уҡлы ут тигәнде аңлата, шул ижек ингән исем эйәһе ут булып яна, имеш. Шуға күрә улыбыҙ һәр ваҡыт илаған тине. Хәҙер улымдың исеме “мәңге йәшәү” тигән мәғәнәгә эйә. Үҙе ҡайһы ваҡыт: “Әсәй, шулай ҙа Динар исеме матурыраҡ”, – ти. Самат үҙе был ваҡиғаларҙың береһен дә хәтерләмәй. Яңы исем менән өндәшеүе ауыр булды тип әйтмәҫ инем, сөнки әлеге исем улыбыҙға бик килешә. Автор фотоһы. Сығанаҡ: https://intertat.tatar/news/avyruny-yuk-it-r-chen-isem-alyshtyralar-ya-a-isem-keshe-tormyshyn-nichek-zg-rt