Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

20 йәшлек яугир әсәһенең тыуған көнөнә бүләк эшләгән

Әсәһенең тыуған көнөнә отпускыға ҡайтҡан “Вилли” тәү ҡарашҡа ябай ауыл егете булып күренә. Аҙ һүҙле егеткә һорау бирмәһәк, уны эвакуация бүлеге командиры тип бер кем дә уйламаҫ ине. Мәләүез индустриаль колледжында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мастеры һөнәренә уҡыған егет 2023 йылдың 16 июнендә ул хәрби хеҙмәткә алына. Өс ай хеҙмәт иткәндән һуң, "Вилли" Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. “Ҡарарҙы үҙаллы ҡабул иттем. Атайым менән әсәйем 1 октябрҙән һуң, контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң ғына белде", - ти ул. Әйткәндәй, «Вилли»ның атаһы ла хәрби хәрәкәттәр ветераны, икенсе чечен кампанияһында ҡатнашҡан. Яугир МХО биләмәһенән көн дә шылтыратып, яҡындарының хәлен белешеп торған. - Тик хәрби заданиелар көндәрендә, яралыларҙы йәки бәреп төшөрөлгән техниканы эвакуациялауға сыҡҡанда ғына шылтыратып булмай, сөнки унда бик һаҡ булырға кәрәк, - ти яугир. Бер ваҡыт зарядлы ракеталар менән тулы заданиеға сығалар, ә дошман дроны уларҙың танкына һөжүм итә. Күҙ алдына килтерегеҙ, снаряд детонатор

Әсәһенең тыуған көнөнә отпускыға ҡайтҡан “Вилли” тәү ҡарашҡа ябай ауыл егете булып күренә. Аҙ һүҙле егеткә һорау бирмәһәк, уны эвакуация бүлеге командиры тип бер кем дә уйламаҫ ине. Мәләүез индустриаль колледжында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мастеры һөнәренә уҡыған егет 2023 йылдың 16 июнендә ул хәрби хеҙмәткә алына. Өс ай хеҙмәт иткәндән һуң, "Вилли" Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. “Ҡарарҙы үҙаллы ҡабул иттем. Атайым менән әсәйем 1 октябрҙән һуң, контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң ғына белде", - ти ул. Әйткәндәй, «Вилли»ның атаһы ла хәрби хәрәкәттәр ветераны, икенсе чечен кампанияһында ҡатнашҡан. Яугир МХО биләмәһенән көн дә шылтыратып, яҡындарының хәлен белешеп торған. - Тик хәрби заданиелар көндәрендә, яралыларҙы йәки бәреп төшөрөлгән техниканы эвакуациялауға сыҡҡанда ғына шылтыратып булмай, сөнки унда бик һаҡ булырға кәрәк, - ти яугир. Бер ваҡыт зарядлы ракеталар менән тулы заданиеға сығалар, ә дошман дроны уларҙың танкына һөжүм итә. Күҙ алдына килтерегеҙ, снаряд детонаторҙарҙан бер нисә сантиметр алыҫлыҡта эләккән. “Беҙҙе, күрәһең, фәрештәләр һаҡлаған, тимәк, үтәлмәгән бурыстар ҙа етерлек”, - ти «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған яугир.