Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә вице-премьер – спорт министры Руслан Хәбибов Башҡоростан спортсыларының уңыштары тураһында һөйләне. Башҡортостан ҙур бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙың йәлеп итеү урыны булып ҡала һәм быға, тәү сиратта, Өфөнөң, шулай уҡ республика райондарының һәм ҡалаларының үҫешкән спорт инфраструктураһы булышлыҡ итә. Июлдә Өфөлә 17 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ишеү слаломы буйынса Рәсәй беренселеге һәм 15 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында ишеү слаломы буйынса “Рәсәй йәшлеге” бөтә Рәсәй ярыштары уҙҙы. Шулай уҡ июлдә Башҡортостан велосипед спорты буйынса “Рәсәй туры” халыҡ-ара ярыштарының 5-7 этаптарын ҡабул итте. Ә уҙған аҙнала Благовещенда “Заряд” бассейны, универсаль һәм көрәш залдары менән физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды, уның сиктәрендә “Динамо Юниор” командаһы менән Башҡортостан республикаһы юғары уҡыу йорттары студенттарының интернациональ йыйылма командаһы араһында баскетбол буйынса иптәштәрсә матч уҙҙы. – Башҡортостан Рәсәйҙең 19 төбәгенән һә