– Ҡомалаҡты август аҙағы, сентябрь баштарында һабағы менән алабыҙ. Ваҡлап, киптереп, тоҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуябыҙ. Сүпрә (әсетке) яһар өсөн, 3 литрлы кәстрүлдең өстән ике өлөшөнә ҡомалаҡ һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың да талғын утта ярты сәғәт самаһы ҡайнатаһың. Шунан ике стакан самаһы онға ҡайнар ҡомалаҡ һыуын иләк аша һөҙәһең дә, төйөрҙәре бөткәнсе болғатып, һыуытырға ҡуяһың. Яңы һауған һөт йылылығына етһә, баш һалаһың. Баш – ул алдан әҙерләп ҡуйылған әсетке, тәү башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып ҡабартаһың. 10 – 12 сәғәттән сүпрә әҙер. Ҡапҡаслы һауытҡа һалып, һалҡын урында тотһаң, бер ҡалаҡ шәкәр ҙә өҫтәһәң, тиҙ иҫкермәй, – тип ҡомалаҡтан әсетке яһау серҙәре менән уртаҡлашты Күгәрсен районының Ялсы ауылынан Вәсилә апай Ҡарағужина. Баймаҡ районы Таулы ҡай ауылынан Гөлйәүһәр апай Сәлихова ла ҡомалаҡ әсеткеһен үрҙәге рецептҡа ярашлы эшләй, тик ул уны киптереп һаҡлай. Бының өсөн шыйыҡ әсеткегә эре иләк аша көрпә (кәбәк) иләп ҡушып, ҡаты итеп ҡамы