Найти в Дзене

Чача эсеп һуҡырайған ҡатын да йән биргән

Сочи ҡалаһында чача эсеп бик күп кешеләрҙең ағыуланыуы, 10-дан ашыу кешенең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткән инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағыулы эсемлектән Башҡортостандан 36 йәшлек ҡатын да зыян күргән ине. Ул һуҡырая башлағас дауаханаға мөрәжәғәт итә. Табиптар уның ғүмере өсөн ни тиклем көрәшһә лә мөғжизә булмай. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәрәренсә, зыян күргән ҡатын вафат булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сочила был эсемлекте эсеп, һәләк булыусыларҙың һаны 13 -кә еткән. Билдәле булыуынса, Сочила Сириус баҙарында 71 йәшлек ҡатын үҙенең ейәнсәре менән ялған алкоголь менән сауҙа итә. Улар икеһе лә ике айға СИЗО-ға оҙатыла. Ялға барған сәйәхәтселәргә спиртлы эсемлектәрҙе баҙарҙан һайлағанда, бик иғтибарлы булыу талап ителә. Ялығыҙ фажиғә менән тамамланмаһын тиһәгеҙ, шикле әйберҙәр алырға тырышмағыҙ! Фото: "Башинформ"