Әлшәй районы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәләк булған кеше менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. БР Дәүләт автоинспекцияһын матбуғат хеҙмәтенең яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Шишмә – Аксен — Ҡырғыҙ-Миәкә –М-5 “Урал” трассаһының 85-се саҡрымында “Бад Ф7” водителе һәләк була. Ул көслө томан шарттарында, юл эштәрен башҡарыу тураһында иҫкәртеү билдәләрен һәм реверсив хәрәкәтте көйләүсе светофор сигналдарын күрмәгән. Һөҙөмтәлә, ул күперҙән сығып барғанда автомобиле менән ҡолап төшә. Аварияла водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Ваҡиға урынында ДАИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана. Фото: ДАИ.