“Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә кем генә, ниндәй генә тауар тәҡдим итмәй!? Селтәр бизнесы тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде инде. Берәүҙәр үлеп барған кешене аяҡҡа баҫтырырлыҡ көскә эйә бәлзәмдәр-майҙар тәҡдим итә, икенселәр экологик йәһәттән 100 процент таҙа сифатлы продукцияһын маҡтай, өсөнсөләр тәҡдим иткән порошоктан гөлдәр ҙә күкрәп үҫә, унитаз-раковиналар ҙа ялтырап ҡала... Мин быларға һис тә ҡаршы түгелмен: һорау-ихтыяж бар икән, әйҙә һатһындар. Ысынлап та, шау тәбиғи составтан торған бәлзәм һәм майҙарҙың төрлө сирҙәргә килешеүен дә кире ҡаҡмайым. Килешә икән, рәхәтләнеп ҡулланығыҙ. Мин социаль селтәр аша ла, телефон аша ла туҡтауһыҙ ошо селтәрҙәргә ҡушылырға, аҡса эшләргә саҡырған сауҙагәрҙәргә ҡаршымын. Аптырағас, “Бәйләнештә”ге битләүемә “Селтәрле бизнес тәҡдим итмәҫкә!” тип яҙып ҡуйҙым. Шөкөр, тәҡдимдәр кәмеп ҡалды. Әммә һуңғы бер йылда киленем тынғы бирмәй: “Апай, минең аҫҡа тор, бизнесымды үҫтерергә ярҙам ит!” ти. Шулай үтенә торғас, Стәрлелә һәм Өфөлә йәшәгән ике апайҙ