Ҡотло Ҡотан ауылына килен төшкән! -Матур йоланы дауам итеп, "Мәсетле" фольклор ансамбле йәш киленгә һыу юлы күрһәтте. Ихлас теләктәр менән таҡмаҡтар, йырҙар башҡарып, Мусағәле шишмәһенең шифалы һыуын киленгә, ҡунаҡтарға ауыҙ иттерҙек. Ауылыбыҙҙа йәштәрҙең парланып, ныҡлы ғаилә ҡороуы ҙур ҡыуаныс. Туйҙар гөрләп торһон, илдә тыныслыҡ булып, бәхетле, бәрәкәтле тормош насип булһын балаларға, - тип хәбәр итәләр Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.