Башҡортостанда ауыл хужалығы предприятиеларының 34 элеваторы һәм келәттәренең ҡеүәте яҡынса 4 миллион тонна иген һәм майлы культураны бер юлы һаҡлау мөмкинлеген бирә.Төбәк иген һаҡлау һәм эшкәртеү инфраструктураһын яңыртыуға һәм киңәйтеүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Ауыл хужалығы объекттарын техник-технологик яңыртыу – “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) милли проектының төп маҡсаттарының береһе, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. «Төп проекттар иҫәбендә Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында «Уңыш» берлектәге предприятиеһының проект ҡеүәте 122 мең тонна тәшкил иткән һайлап алыу һәм орлоҡ етештереү үҙәген төҙөү бар», — тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — Шулай уҡ яңы элеватор төҙөү һәм «Союзпромптица» компанияһының аҙыҡ-т
Башҡортостан элеваторҙары 4 миллион тоннаға тиклем иген ҡабул итергә әҙер
10 августа 202510 авг 2025
1 мин