”Үҙ йортом”да Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡтан махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, ҡала хәрби ветерандары ассоциацияһы һәм Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының урындағы бүлексәһе ағзалары менән осрашты. Төбәк етәксеһе һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ихлас ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе. - Башҡортостан улдарығыҙ тураһында һәр саҡ хәтерләйәсәк, һеҙҙең менән бергә буласаҡ. Үҙегеҙҙең проблемаларығыҙҙы йәшермәгеҙ, мөрәжәғәт итегеҙ. Иң мөһиме - үҙ-үҙеңә бикләнмәү. Муниципалитет хакимиәте һәр ваҡыт һеҙҙең менән бәйләнештә булырға тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәм, һәләк булғандарҙың балалары мәктәпте тамамлағандан һуң конкурсһыҙ юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә ала. Быйыл МХО яугирҙәренең 300-ҙән ашыу балаһы ошондай хоҡуҡ менән файҙаланған, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Радий Хәбиров күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булған Владимир Николаевтың ҡатыны һәм Юрий Евстафьевтың һеңлеһенә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Шулай уҡ
Радий Хәбиров махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам үҙәгендә булды
9 августа 20259 авг 2025
1 мин