Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Радий Хәбиров яңыртылған 1-се Стәрлетамаҡ мәктәбендә булды

Учреждение ремонттан һуң графиктан алда 2025 йылдың 29 мартында файҙаланыуға тапшырыла, ә 7 апрелдән дәрестәр башлана. Төҙөүселәр ҡыйыҡты, фасадты, эске бүлмәләрҙе, ашхананы, аҙыҡ-түлек блогын, тамаша һәм спорт залдарын яңыртты. Шулай уҡ янғын һүндереү һәм һаҡ сигнализацияһын алмаштыралар, видеокүҙәтеү камераларын монтажлайҙар. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яңыртыуға бөтәһе 124,9 миллион һум йүнәлтелгән, шуларҙың 104,8 миллионы – федераль бюджеттан. Мәктәп директоры Наталья Моратова билдәләүенсә, белем биреү учреждениеһы буласаҡ медицина белгестәрен әҙерләүгә махсуслаша. 1997 йылдан бында медицина-биология йүнәлешендәге профилле тәбиғи-ғилми кластар эшләй, Ә 2023 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән берлектә университет алды асыла. Шулай уҡ Пирогов исемендәге Рәсәй милли-тикшеренеү медицина университеты, Стәрлетамаҡ медицина колледжы һәм 1-се ҡала клиник дауаханаһы менән хеҙмәттәшлек алып барыла. Башҡортостан Башлығы ашхананы, спорт һәм конференциялар залын, хими

Учреждение ремонттан һуң графиктан алда 2025 йылдың 29 мартында файҙаланыуға тапшырыла, ә 7 апрелдән дәрестәр башлана. Төҙөүселәр ҡыйыҡты, фасадты, эске бүлмәләрҙе, ашхананы, аҙыҡ-түлек блогын, тамаша һәм спорт залдарын яңыртты. Шулай уҡ янғын һүндереү һәм һаҡ сигнализацияһын алмаштыралар, видеокүҙәтеү камераларын монтажлайҙар. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яңыртыуға бөтәһе 124,9 миллион һум йүнәлтелгән, шуларҙың 104,8 миллионы – федераль бюджеттан. Мәктәп директоры Наталья Моратова билдәләүенсә, белем биреү учреждениеһы буласаҡ медицина белгестәрен әҙерләүгә махсуслаша. 1997 йылдан бында медицина-биология йүнәлешендәге профилле тәбиғи-ғилми кластар эшләй, Ә 2023 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән берлектә университет алды асыла. Шулай уҡ Пирогов исемендәге Рәсәй милли-тикшеренеү медицина университеты, Стәрлетамаҡ медицина колледжы һәм 1-се ҡала клиник дауаханаһы менән хеҙмәттәшлек алып барыла. Башҡортостан Башлығы ашхананы, спорт һәм конференциялар залын, химия, биология һәм медицина белеме нигеҙҙәре кабинеттарын ҡараны. Уҡыусыларҙың уңайлы йәшәүе өсөн һәр ҡатта дәрестән тыш файҙалы дәрестәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән рекреацион зоналар ойошторола. Бинала шулай уҡ мәктәптең медицина кластары сығарылышы тарихына арналған фотокүргәҙмә ойошторолған. Мәктәп директоры 2024 йылда ике сығарылыш уҡыусыһы химия буйынса максималь балл йыйған тип хәбәр итә. Уларҙы әҙерләгән өсөн алынған премиялар профилле кабинетты йыһазландырыуға йүнәлтелә. 2025 йылда биш уҡыусы йөҙ балға лайыҡ була - дүртәүһе химия фәне, береһе биология буйынса. Был ҡаҙаныштар өсөн премияларҙы матди базаны нығытыуға ла һалырға планлаштыралар. Төбәк етәксеһе абруйлы ҡунаҡтар китабына уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға уңыштар теләүе хаҡында яҙып ҡуйҙы. Мәктәп коллективы республика етәкселегенә төбәк мәктәптәрен федераль капиталь ремонт программаһына индереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Билдәләп үтәйек, Стәрлетамаҡта президент программаһы сиктәрендә биш мәктәп яңыртылды. 2025 йылда эштәр тамамланыу стадияһында тағы ла дүрт уҡыу йорто бар. Белешмә. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы 2022 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Был ваҡыт эсендә Башҡортостанда федераль ярҙам менән 146 бина тәртипкә килтерелде. Был маҡсатҡа 8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Эштәр республиканың 45 муниципалитетында үтте. 2025 йылда программаға республика биләмәһендәге 40 объект – 35 мәктәп, ике балалар баҡсаһы һәм өс колледж ингән. Дөйөм финанслау күләме – 2,2 миллиард һум, шуның 1,9 миллиарды - федераль бюджет сығымынан.