Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлы яңыра

Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлында йәнә 6,5 километр оҙонлоғонда юл ремонтланды. Ул “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Благовар һәм Бүздәк райондарында өс участканың юл торошо яҡшыртылған. Юлсылар асфальт-бетон япмаһын яңыртҡан, юл ситтәрен нығытҡан, разметка эшләгән. -Бүздәк - Саҡмағош – Дүртөйлө юлы дүрт район биләмәһе аша үтә. Улар - Бүздәк, Благовар, Саҡмағош, Дүртөйлө. Ул юл буйынса бик куп ауылдарҙа йәшәүселәр район үҙәгенә барып етә, М-5 “Урал”, Р-240 Өфө - Ырымбур федераль трассаларына, М-12 “Көнсығыш” сығыу юлына ла илтә. Көн һайын бынан 3600 тирәһе автомобиль үтә, - тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Бүздәк - Саҡмағош – Дүртөйлө юлында барлығы быйыл һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла, уның оҙонлоғо 19 километр тәшкил итә. Яңыраҡ Саҡмағош районының Ҡарғалы ауылы эргәһендә 1,5 километр оҙо

Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлында йәнә 6,5 километр оҙонлоғонда юл ремонтланды. Ул “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Благовар һәм Бүздәк райондарында өс участканың юл торошо яҡшыртылған. Юлсылар асфальт-бетон япмаһын яңыртҡан, юл ситтәрен нығытҡан, разметка эшләгән. -Бүздәк - Саҡмағош – Дүртөйлө юлы дүрт район биләмәһе аша үтә. Улар - Бүздәк, Благовар, Саҡмағош, Дүртөйлө. Ул юл буйынса бик куп ауылдарҙа йәшәүселәр район үҙәгенә барып етә, М-5 “Урал”, Р-240 Өфө - Ырымбур федераль трассаларына, М-12 “Көнсығыш” сығыу юлына ла илтә. Көн һайын бынан 3600 тирәһе автомобиль үтә, - тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Бүздәк - Саҡмағош – Дүртөйлө юлында барлығы быйыл һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла, уның оҙонлоғо 19 километр тәшкил итә. Яңыраҡ Саҡмағош районының Ҡарғалы ауылы эргәһендә 1,5 километр оҙонлоғондағы юл участкаһы ремонтланған. Башҡа участкаларҙа эште быйыл йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.