Бөгөн, 9 август, айырым көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын сығыу хәүефе тураһында иҫкәртә БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Бөгөн көн аяҙлы-болотло. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-7 метр тиҙлектә иҫә, йәшен ваҡытында секундына 14 метрға тиклем етә.Төндә һауа температураһы +11...+16 градус, көндөҙ +20...+24. Төндә һәм көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғыр яуыуы күҙаллана. Урыны менән йәшен йәшнәй. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер урындарында ямғыр һәм томан арҡаһында төндә һәм таңда күреүсәнлек насарая – 500 һәм унан әҙерәк метрға тиклем. Иртәгә, 10 август, төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, ти синоптиктар. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен мәлендә киҫкен булып китә. Һауа температураһы төндә +19...14 градус, көндөҙ +19...+24 градус.