Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы кәңәшмәһендә ҡатнашты

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы кәңәшмәһендә ҡатнашты 8 августа Пермдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Көн тәртибендә - МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам, йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү. Эш башланыр алдынан Игорь Комаров һәм төбәк етәкселәре 2025 йылдың февралендә Курск өлкәһен азат иткәндә һәләк булған Рәсәй Геройы Сергей Ефремов исемендәге “Время смыслов” заманса плакат сәнғәте күргәҙмәһен ҡараны. Ҡунаҡтарға алты тема буйынса эштәр тәҡдим ителде: “СВОи”, “Беҙҙең Еңеү”, “Рәсәй – ул матур”, “Ғаилә”, “Беҙҙең ғорурлыҡ” һәм “Граждан тәрбиәләү”. *** Ултырышты асып, Игорь Комаров Волга буйы федераль округы төбәктәрендә федераль стандарттарҙы һәм төбәк башланғыстарын берләштергән МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларының киң комплексы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яраҡлашт

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы кәңәшмәһендә ҡатнашты 8 августа Пермдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Көн тәртибендә - МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам, йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү. Эш башланыр алдынан Игорь Комаров һәм төбәк етәкселәре 2025 йылдың февралендә Курск өлкәһен азат иткәндә һәләк булған Рәсәй Геройы Сергей Ефремов исемендәге “Время смыслов” заманса плакат сәнғәте күргәҙмәһен ҡараны. Ҡунаҡтарға алты тема буйынса эштәр тәҡдим ителде: “СВОи”, “Беҙҙең Еңеү”, “Рәсәй – ул матур”, “Ғаилә”, “Беҙҙең ғорурлыҡ” һәм “Граждан тәрбиәләү”. *** Ултырышты асып, Игорь Комаров Волга буйы федераль округы төбәктәрендә федераль стандарттарҙы һәм төбәк башланғыстарын берләштергән МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларының киң комплексы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яраҡлаштырыу буйынса эшкә шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалдары йәлеп ителгән. - Округ төбәктәрендә МХО-ла ҡатнашыусыларға 200 күләмле ярҙам сараһы эшләй. Улар хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм махсус операция ветерандарына эшкә урынлашыуҙа, үҙ эшен асыуҙа, медицина реабилитацияһында, юридик һәм психологик консультация биреүҙә ярҙам итеүҙе үҙ эсенә ала. Льготаларҙың байтаҡ өлөшө ғаилә ағзаларына атайҙары һәм ирҙәре МХО-ла ҡатнашҡан осорҙа лайыҡлы йәшәү шарттары булдырыуға йүнәлтелгән, - тине Игорь Комаров. - Округтың бөтә төбәктәрендә лә федераль “Геройҙар ваҡыты”на оҡшаш төбәк белем биреү программалары эшләй башланы. Финалсылар билдәләнгән дә инде - 1 088 кеше ҡатнаша, уларҙың 645-е көндөҙгө уҡыу үтә, 443 хәрби хеҙмәткәр резервҡа индерелгән. Күпселек субъекттарҙа белем биреү модулдәре башланған да инде. Округта МХО-ла ҡатнашыусылар сәйәси тормошта ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2024 йылда 60 махсус операция ветераны төрлө кимәлдәге закондар сығарыу һәм вәкиллекле органдарға һайланған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы яраҡлаштырыуҙың ыңғай тәжрибәләре хаҡында һөйләне. Билдәләп үтәйек, 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. – Республикала бөтәһе 54 ярҙам сараһы ғәмәлдә, улар тормоштоң бөтә өлкәләрен – мәғариф, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙе үҙ эсенә ала, – тине Радий Хәбиров. - Муниципалитеттарҙа яугирҙәребеҙгә алты ярҙам үҙәге эшләй, йыл аҙағына тиклем улар 18 буласаҡ. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының 106 социаль координаторы әүҙем эшләй. Төбәктә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары балалар баҡсаларына, түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына бушлай йөрөй, беҙ уларҙың ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял итеүен ойошторабыҙ, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында һөнәр алырға ярҙам итәбеҙ. Төбәк етәксеһе МХО ветерандарының шәхси сифаттары һәм тәжрибәһе республикаға бик кәрәк булыуы тураһында һөйләне. -Хеҙмәттән һуң егеттәр дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһенә килә. Уларҙың өсәүһе әле ауыл советтарын етәкләй, 50 -һе муниципаль депутат итеп һайланған, - тип хәбәр итте Радий Хәбиров. - Ошо йүнәлеште үҫтереү өсөн “Геройҙар ваҡыты” федераль проектын дауам итеп, “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһын башланыҡ. Ғаризалар һаны буйынса беҙҙең төбәк илдә беренсе урын алды, был проектҡа ышаныс һәм уның кәрәклеге хаҡында һөйләй. Проекттың 70 финалсыһы беҙҙең идара итеү командаһынан остаздар етәкселегендә уҡытыу үтә. Шул иҫәптән спорт менән шөғөлләнеү аша ла яраҡлаштырыуҙы алып барабыҙ. Төбәк етәкселәренең сығыштары йомғаҡтары буйынса Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Округ советының төп бурысы – МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү системаһын камиллаштырыуға булышлыҡ итеүсе ҡарарҙар әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, шулай уҡ махсус операция ветерандарын реабилитациялау һәм яраҡлаштырыу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. *** Совет эшенең тағы бер ҡаралған темаһы - эшләүсе йәштәргә ярҙам итеү. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле билдәләүенсә, иҡтисадты һәм социаль инфраструктураны үҙгәртеү шарттарында йәштәр ил үҫеше өсөн мөһим ресурсҡа әйләнде. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы фекер алышыуға йомғаҡ яһаны. Төбәк етәксеһе округ кимәлендә республиканың МХО-ла ҡатнашыусыларына ярҙам сараларын юғары баһалауҙарын, шулай уҡ глобаль заманса саҡырыуҙар шарттарында йәштәр сәйәсәтен камиллаштырыуҙың көнүҙәк булыуын билдәләне. Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-prinyal-uchastie-v-zasedanii-soveta-privolzhskogo-federalnogo-okruga-80927/