Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап-студияһы яңы сайт асты. Уның аша проектты ҡарауға ғариза яҙырға, стартаптар исемлеге менән танышырға мөмкин. Республикабыҙҙағы төп уҡыу йорттары студенттары һәм уҡытыусылары ғына түгел, шулай уҡ Башҡортостандың, Рәсәйҙең технологик эшҡыуарҙары, индустриаль предприятиелар, власть органдары вәкилдәре студия проекттары буйынса эш алып бара. Әйткәндәй, Өфөләге вуз-ара кампус “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы төҙөлә. – Заманса технологиялар, мәғлүмәт алыу мөмкинлеген арттырыуға һәм йылдам элемтәне тәьмин итеүгә баҫым яһап, әүҙем үҫә. Сайт аша ғариза биреү – технологик проектты тәҡдим итеүҙең иң уңайлы һәм һөҙөмтәле алымы, - тине Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. Стартап-студия сайты аша үҙ проектыңды тәҡдим итергә, башҡа авторҙарҙың эштәре менән танышырға мөмкин. Айырым бүлектәр эшҡыуарҙар, инвесторҙар, студенттар, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары, уҡытыусылар өсөн тәғәйенләнә. Әйткәнд