Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Элвин Грейға тағы ни булған?

Һуңғы ваҡытта Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) үҙенең һаулығына иғтибар бирә башланы. Ошо көндәрҙә ул йәнә тештәрен дауаларға килгән. Был хаҡта артист шәхси блогында хәбәр итә. Теш хирургы йырсыға операция яһаған, ул эшен тамамлағандан һуң шунда уҡ табип кабинетынан видео яҙҙырған. "Уң яҡтан теш ҡаҙнаһын ҡырҡып ике кистаны алдылар", - тип хәбәр итә Элвин Грей. Шулай булыуға ҡарамаҫтан йырсының кәйефтәре күтәренке: "Иртән операция, кисен сторис. Бына шундай тормош", - тип шаяртып та өлгөрә. Әммә йырсыға төндә лә рәхәтләнеп йоҡларға ирек булмаған. Сөнки эттәре ауырып киткән. Ҡатыны менән төндә уны ветеринария клиникаһына алып килгән. Эттәренә УЗИ үткәргәндәр һәм ике -өс көнгә дауаларға клиникала ҡалдырғандар. Ысынлап та, "бына шундай тормош" инде ул. Фото һәм сығаанҡ: "Интертат"