Бөтә Рәсәй йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙың иң яҡшы практикалары конкурсы башланды. Быйыл 11 номинация бар. Улар араһында “Труд – крут” номинацияһы – Рәсәй студенттар отрядтары менән эш итеүҙең иң яҡшы кейстары өсөн. Был – тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм киләсәкте алмаштырыр йәмғиәттең бер өлөшө. Ғаризаны 23 июндән 31 авгусҡа тиклем тапшырырға була. Тулыраҡ Рәсәй Хеҙмәт министрлығы сайтында - mintrud.gov.ru/events/1416. Быйыл йәй Рәсәй студенттар отрядының Башҡортостан төбәк бүлексәһе аша 5600 кеше үткән, 52 предприятие менән килешеү төҙөлгән. Рәсәй студенттар отрядының Башҡортостан төбәк бүлексәһе эш биреүселәр менән медицина (бәләкәй һәм урта персонал), хеҙмәтләндереү (ресторандарҙа, ҡунаҡханаларҙа, шифаханларҙа хеҙмәтләндереү) һәм башҡа тармаҡтар буйынса хеҙмәттәшлек итә. Сығанаҡ, фото: Рәсәй студенттар отрядының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.