Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Уҡыусылар эшкәртеүҙе үҙләштергән һәм экороботтар эшләгән

Быйыл йәй Благовещенда уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс экологик-мәғрифәти саралар үткәрелә. Проектты СИБУР-ҙың “Яҡшы эштәр формулаһы” социаль инвестициялар программаһы һәм “Экология именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙамында Һанлы технологиялар мәктәбе ойошторған. Яңылыҡты Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Сараларҙың маҡсаты – еңел генә алымдар аша балаларҙы тирә-яҡ мөхиткә яуаплы ҡарарға өйрәтеү һәм ресурстарҙы икенсел файҙаланыу мөмкинлектәрен күрһәтеү. Балалар ҡәҙимге батареяларҙы ташлағанда кәрәкле талаптар күҙәтелмәһә лә бының тәбиғәткә ниндәй етди зыян килтергәнен, ни өсөн тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл ҡарау мөһим икәнен өйрәнә. “Экороботтар оҫтаханаһы” тигән практик оҫталыҡ дәрестәрендә балалар уҡытыусылары етәкселегендә уникаль ҡул эштәре һәм ябай роботтар төҙөй, бының өсөн иҫке электр приборҙары деталдәрен ҡуллана. Был, инженерлыҡ күнекмәләре булыуҙан тыш, икенсел ресурс

Быйыл йәй Благовещенда уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс экологик-мәғрифәти саралар үткәрелә. Проектты СИБУР-ҙың “Яҡшы эштәр формулаһы” социаль инвестициялар программаһы һәм “Экология именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙамында Һанлы технологиялар мәктәбе ойошторған. Яңылыҡты Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Сараларҙың маҡсаты – еңел генә алымдар аша балаларҙы тирә-яҡ мөхиткә яуаплы ҡарарға өйрәтеү һәм ресурстарҙы икенсел файҙаланыу мөмкинлектәрен күрһәтеү. Балалар ҡәҙимге батареяларҙы ташлағанда кәрәкле талаптар күҙәтелмәһә лә бының тәбиғәткә ниндәй етди зыян килтергәнен, ни өсөн тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл ҡарау мөһим икәнен өйрәнә. “Экороботтар оҫтаханаһы” тигән практик оҫталыҡ дәрестәрендә балалар уҡытыусылары етәкселегендә уникаль ҡул эштәре һәм ябай роботтар төҙөй, бының өсөн иҫке электр приборҙары деталдәрен ҡуллана. Был, инженерлыҡ күнекмәләре булыуҙан тыш, икенсел ресурстарҙың ҡиммәтен дә асыҡ күрһәтә. “Экороботтар оҫтаханаһы”нда йәйге каникул осоронда Благовещенсктан 300 бала ҡатнашып өлгөргән. Дәрестәр Кванториум балалар технопаркында һәм “Зарница” һауыҡтырыу лагерында үткән. Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/...