Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Абдуллиндар ғаиләһендә 11-се сабый тыуҙы!

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында йәшәгән Фаягөл һәм Илгиз Абдуллиндар ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға – бәхетле ғаиләлә 11-се бала булып, көтөп алған ҡыҙҙары донъяға килде. Балалар тәрбиәләүҙә сабырлығы, уңғанлығы өсөн Фаягөл Фаил ҡыҙы юғары дәүләт наградаһына – почетлы “Герой әсә” исеменә лайыҡ булғайны. Ул – Башҡортостанда ошо юғары награданы алған әсәләрҙең һигеҙенсеһе. Абдуллиндар ғаиләһе ауылда ҙур хөрмәт менән файҙалана. Өлкән балалары үҫеп, үҙаллы йәшәй, ә етеһе ата-әсә йортонда үҫеүен дауам итә. Балалар яҡшы уҡый, түңәрәктәрҙә һәм спорт секцияларында шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша. Фаягөл тормош иптәше Илгиз менән ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уларҙың йорттары һөйөү һәм хөрмәт, йылылыҡ һәм берҙәмлек тойғоһо менән тулы. Кескәй ҡыҙҙарын шатлыҡта һәм хәстәрлектә тәрбиәләп үҫтереүҙәрен теләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй дәүләте күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса юғалтылған традицияларҙы әүҙем тергеҙеүен дауам итә. Шуларҙың береһе – 2022 йылда “Герой Әсә” исемен ҡайтарыу

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында йәшәгән Фаягөл һәм Илгиз Абдуллиндар ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға – бәхетле ғаиләлә 11-се бала булып, көтөп алған ҡыҙҙары донъяға килде. Балалар тәрбиәләүҙә сабырлығы, уңғанлығы өсөн Фаягөл Фаил ҡыҙы юғары дәүләт наградаһына – почетлы “Герой әсә” исеменә лайыҡ булғайны. Ул – Башҡортостанда ошо юғары награданы алған әсәләрҙең һигеҙенсеһе. Абдуллиндар ғаиләһе ауылда ҙур хөрмәт менән файҙалана. Өлкән балалары үҫеп, үҙаллы йәшәй, ә етеһе ата-әсә йортонда үҫеүен дауам итә. Балалар яҡшы уҡый, түңәрәктәрҙә һәм спорт секцияларында шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша. Фаягөл тормош иптәше Илгиз менән ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уларҙың йорттары һөйөү һәм хөрмәт, йылылыҡ һәм берҙәмлек тойғоһо менән тулы. Кескәй ҡыҙҙарын шатлыҡта һәм хәстәрлектә тәрбиәләп үҫтереүҙәрен теләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй дәүләте күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса юғалтылған традицияларҙы әүҙем тергеҙеүен дауам итә. Шуларҙың береһе – 2022 йылда “Герой Әсә” исемен ҡайтарыу булһа, икенсеһе – 2025 йылда ошо ҡыйыу ҡатындар өсөн Хеҙмәт Геройҙары льготаларына торошло социаль гарантиялар булдырыу. Ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән әсәләр бер миллион һумлыҡ түләүҙән тыш, башҡа өҫтөнлөктәрҙән дә файҙаланасаҡ. Был юғары исем тәүге тапҡыр Советтар Союзында 1944 йылда күп балалы ғаиләләрҙе дәртләндереү маҡсатында булдырылғайны. Бөйөк Ватан һуғышында миллионлаған халҡын юғалтҡан ил өсөн демографик күрһәткестәрҙе ҡайтарыуҙа мөһим сара ине ул. Юғары исем өсөн матди түләү ҡаралмаһа ла, орден һәм грамоталар менән әсәләрҙе наградлау ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиға булды. Хәҙер “Герой Әсә” беҙҙең илдә иң юғары исем һанала. Был дәүләт наградаһы менән Башҡортостанда йәшәгән туғыҙ әсәнең бүләкләнеүенә шаһитбыҙ һәм ғорурбыҙ. Рәсәй Президенты Указы менән ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Балтас районынан Альбина Хәйҙәршина, Туймазы районынан Тәнзилә Шәрипова, Күмертау ҡалаһынан Альбина Корнилова, Ҡырмыҫҡалы районынан Рауза Сафина, Дәүләкән ҡалаһынан Гөлназ Ҡорманаева, Ауырғазы районынан Вера Иванова, Благовещен районынан Ольга Фатеева, Көйөргәҙе районынан Фаягөл Абдуллина, Кушнаренко районынан Флүрә Фәттхова ”Герой Әсә” исеменә лайыҡ булды. Башҡортостанда хәҙерге ваҡытта ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60 ғаилә булыуы билдәле. Юғары исемгә лайыҡ булыу өсөн ниндәй мөһим шарттарҙы үтәү кәрәк? Рәсәй гражданы булыуҙан, кәм тигәндә ун бала табып тәрбиәләүҙән тыш, ғаилә сәләмәт тормош алып барырға, балалары тураһында тейешле хәстәрлек күрергә һәм социаль яуаплы булырға тейеш. Һуңғы пункт аҫтында түбәндәгеләрҙе аңларға кәрәк: ата-әсәнең рәсми никахта тороуы, ғаиләлә хоҡуҡ боҙоусылар, наркологта иҫәптә тороусылар булмауы, ир менән ҡатындың ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәүе шарт. Балаларҙың һәйбәт уҡыуы, түңәрәктәрҙә, конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашыуы ла иҫәпкә алына. Юғары исемгә лайыҡ булған әсәләргә йыл һайын 1 февралдә мотлаҡ индексацияланасаҡ 72,4 мең һумлыҡ айлыҡ түләү ҡаралған. Шулай уҡ Хеҙмәт Геройҙары өсөн билдәләнгән льготаларға ла улар эйә буласаҡ. Статистикаға ҡарап, ысынбарлыҡты күҙ алдына килтереп була. “Герой Әсә” исеме 2022 йылда тергеҙелгәндән һуң уны Рәсәйҙә 118 ҡатын алды. Тәүге йылда ни бары туғыҙ, 2023 йылда – 38, 2024 йылда 71 әсә юғары исемгә лайыҡ булды. Владимир ПУТИН, Рәсәй Президенты: “Өс йәки унан күберәк бала үҫкән ғаилә норма, тәбиғи йәшәү рәүеше булырға тейеш. Беҙ тап ошо йүнәлеш буйынса барабыҙ:һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләр һаны яҡынса 26 процентҡа артты. Хәҙер бындай ғаиләләр һаны ике миллиондан ашыу. Беҙ даими рәүештә ғаиләне яҡлауҙың дөйөм милли сараларын үҫтерәбеҙ һәм камилләштерәбеҙ. Күп балалы ғаиләнең берҙәм статусы булдырылды. Һәм был үҙем осрашҡан күп балалы ғаиләләрҙең үтенесе буйынса эшләнде. Был ил биләмәһендә социаль гарантиялар тигеҙлеге күҙлегенән бик мөһим”. Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: “Берҙәм, ныҡлы һәм бәхетле ғаилә – был берлектәге ҙур хеҙмәт, бының өсөн награда – лайыҡлы балалар. Бөгөн беҙҙең арала – республика геройҙарын, лайыҡлы хеҙмәткәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләгән, ғаилә традицияларын нығытыу өсөн күп эш башҡарған ата-әсәләр. Сикһеҙ һөйөүегеҙ, изге йөрәгегеҙ, һәм хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, ғаиләлә дуҫлыҡ, бер-береңде аңлашып йәшәү һәм именлек теләйем”. Рауза Сафина, Герой Әсә: “Алты ейән-ейәнсәребеҙ бар, уларҙың килгәнен көтөп алабыҙ. Бала тауыштары тынмаған йортта йәшәү күңелле. Шул хәтлем балаға әсә булыу минең өсөн ҙур бәхет һәм яуаплылыҡ. Эргәңдә һине аңлаған, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған хәстәрлекле ир һәм атай булыуы икеләтә бәхет, икеләнеүҙәргә, хәүефләнеүҙәргә урын ҡалмай”. Динә Арыҫланова. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.