Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда 240 саҡрымдан ашыу урман юлы булдырған һәм ошоғаса булғандарын реконструкциялаған. Был «Экология именлеге» милли проектының (национальноый проект «Экологическое благополучие») маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Бындай юлдар урмансыларға янғын урынына тиҙ арала барып етергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ янғынға ҡаршы эштәр алып барыу өсөн хеҙмәт итә, сөнки улар, массивтарҙы айырым участкаларға бүлеп, уттың таралыуына ҡамасаулай. Бынан тыш, улар ярҙамында белгестәр ҙур территорияларҙы даими күҙәтеү аҫтында тота, янғын сығанаҡтарын асыҡлай һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тота. Шулай уҡ санитар ҡырҡыу һәм ауған ағастарҙы йыйыу өсөн дә юлдар кәрәк. – Урман юлдарын төҙөү – ҡатмарлы һәм күп көс талап иткән эш. Ул урындағы үҙенсәлектәрҙе һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын иҫәпкә алып трассаны проектлауҙы, һыҙатты ағастарҙан һәм ҡыуаҡтарҙан т