Кеше ҡурҡһа, уның йөрәге урынынан ҡуҙғала икән. Күскән йөрәкте һыйпап, һамаҡлап урынына ултыртҡандар, һыйпағанда ошолай тип әйткәндәр: "Әғүҙү би-ләһи минәш-шайтанир-ражим, Бисмиллаһир-рахманир-рахим. Сәбәп минән булһын, шифа Алланан булһын. Ҡара башлы ҡан йөрәк, елпенмә, талпынма. Ҡара башлы ҡан йөрәк, урыныңа ултырғыл! Елпенмә, талпынма, урыныңа ултырғыл!" "Башҡорттарҙың дауалау һәм ҡурсалау магияһы” китабынан. Дини күҙлектән аңлатма: Был ғәмәлдә Ҡөрьәндең башындағы ике мөһим һүҙ ҡулланыла: «Әғүҙү би-ләһи минәш-шайтанир-ражим» — шайтандың үә хәйләһенән Аллаға һыйыныу доғаһы. «Бисмиллаһир-рахманир-рахим» — һәр эште Алла исеме менән башлау, уның рәхмәтенә һәм мәрхәмәтенә таяныу. Йола барышында әйтелгән “Сәбәп минән булһын, шифа Алланан булһын” тигән һүҙҙәр — Исламдың төп ҡанундарына тап килә: сәбәп-васитаны кеше башҡара, ә һөҙөмтә һәм шифа бары тик Алланан. Йөрәккә йылы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итеү һәм доға ҡылыу, борон да, бөгөн дә, кешене тынысландырыуҙың, уның күңел тигеҙлеген тергеҙеүҙең иң йомшаҡ һәм изге ысулдарының береһе булып ҡала. Сығанаҡ: "Үткәрмә Йәсин" төркөмө. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.