Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ни өсөн был проект беҙҙең өсөн шул ҡәҙәре мөһим?"

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм ҒӘЗИЗОВ Өфө аръяғын үҫтереүгә федераль ярҙам бирелеүгә ҡағылышлы фекерен белдерҙе. – Бөгөн, Төҙөүселәр көнөн байрам итеүҙең 70 йыллығы алдынан, республика өсөн үтә мөһим ваҡиға булды: Өфө аръяғын һыу һәм канализация менән тәьмин итеү буйынса инфраструктура проектын тормошҡа ашырыуға финанстар йәлеп итеү буйынса республика заявкаһы яҡланды, ҡаралды һәм хуплау алды. Ни өсөн был проект беҙҙең өсөн шул ҡәҙәре мөһим? Бер яҡтан, Өфөнөң ҡайҙа урынлашыуына бәйле булғанға, ҡаланың үҫеше Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары менән сикләнгән, ә был, ахыр сиктә, ярымутрауҙағы ниндәй төҙөлөштөң дә хаҡын арттыра. Икенсе яҡтан, әле үк Өфө аръяғында әүҙем төҙөлөш бара, ә Көнсығыш сығыу юлы файҙаланыуға тапшырылғас, был күренеш тағы ла әүҙемерәк төҫ алды. Әлегә бында аҙ ҡатлы төҙөлөш өҫтөнлөк итә, әммә хәҙерҙән үк йәмәғәт тәғәйенләнешендәге объекттарҙы урынлаштырыу, хеҙмәт урындары булдырыу бурысы тора. Ә быны үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү һәм канализация с

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм ҒӘЗИЗОВ Өфө аръяғын үҫтереүгә федераль ярҙам бирелеүгә ҡағылышлы фекерен белдерҙе. – Бөгөн, Төҙөүселәр көнөн байрам итеүҙең 70 йыллығы алдынан, республика өсөн үтә мөһим ваҡиға булды: Өфө аръяғын һыу һәм канализация менән тәьмин итеү буйынса инфраструктура проектын тормошҡа ашырыуға финанстар йәлеп итеү буйынса республика заявкаһы яҡланды, ҡаралды һәм хуплау алды. Ни өсөн был проект беҙҙең өсөн шул ҡәҙәре мөһим? Бер яҡтан, Өфөнөң ҡайҙа урынлашыуына бәйле булғанға, ҡаланың үҫеше Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары менән сикләнгән, ә был, ахыр сиктә, ярымутрауҙағы ниндәй төҙөлөштөң дә хаҡын арттыра. Икенсе яҡтан, әле үк Өфө аръяғында әүҙем төҙөлөш бара, ә Көнсығыш сығыу юлы файҙаланыуға тапшырылғас, был күренеш тағы ла әүҙемерәк төҫ алды. Әлегә бында аҙ ҡатлы төҙөлөш өҫтөнлөк итә, әммә хәҙерҙән үк йәмәғәт тәғәйенләнешендәге объекттарҙы урынлаштырыу, хеҙмәт урындары булдырыу бурысы тора. Ә быны үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаларынан тыш тормошҡа ашырыу бик ауыр. Шәхси төҙөлөш өсөн дә, был ерҙәргә хас булған ер аҫты һыуҙары кимәлен иҫәпкә алып, сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Шәхси йорттарҙың һанын иҫәпкә алғанда, үҙәкләштерелгән һыу селтәрҙәре мәсьәләһе лә хәл итеүҙе талап итә. Был проектты тормошҡа ашырыуҙың дөйөм ваҡыты биш йыл тип планлаштырыла. Ул ғәмәлгә ашырылһа, 2030 йылға республика агломерацияһы үҙәгенең көнсығыш өлөшө тулы транспорт-инженер тәьминәтенә эйә була, ә халыҡ таҙа эсәр һыу ҡуллана һәм баш ҡалалағы ише санитар хәүефһеҙлек кимәлен ала аласаҡ. Фото: pravitelstvorb.ru/phonebook/0/worker/10/