Найти в Дзене

Бындай осрашыуҙар мөһим

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығының кәңәшсеһе Алик Камалетдинов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары менән осрашты. Сара “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үткәрелде. Кәңәшсе менән яугирҙәрҙең әсәләре һәм ҡатындары осрашты һәм үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алды. Осрашыуҙы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова алып барҙы. Ул фронтта күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәре, ағалары һәм улдары булыуын һәм, йыш ҡына һөҙөмтәле һәм оператив хәл итергә кәрәк булған мәсьәләләр килеп тыуыуын билдәләне. Алик Камалетдинов махсус операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙәр янында алғы һыҙыҡта тора. Өйгә ҡайтҡанда Башҡортостан Башлығы янына килә һәм Радий Хәбировҡа яугирҙәр хеҙмәте тураһында һөйләй. Шуға күрә ул, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп һорауҙарына яуап бирә алды. "Һеҙҙең кисерештәрегеҙҙеяҡшы аңлайым һәм һәр ваҡыт бөтә һорауҙарығыҙға яуап бирергә әҙермен.Һеҙ уларҙы миңә хәҙер бирә алаһығыҙ, шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығының кәңәшсеһе Алик Камалетдинов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары менән осрашты. Сара “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үткәрелде. Кәңәшсе менән яугирҙәрҙең әсәләре һәм ҡатындары осрашты һәм үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алды. Осрашыуҙы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова алып барҙы. Ул фронтта күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәре, ағалары һәм улдары булыуын һәм, йыш ҡына һөҙөмтәле һәм оператив хәл итергә кәрәк булған мәсьәләләр килеп тыуыуын билдәләне. Алик Камалетдинов махсус операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙәр янында алғы һыҙыҡта тора. Өйгә ҡайтҡанда Башҡортостан Башлығы янына килә һәм Радий Хәбировҡа яугирҙәр хеҙмәте тураһында һөйләй. Шуға күрә ул, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп һорауҙарына яуап бирә алды. "Һеҙҙең кисерештәрегеҙҙеяҡшы аңлайым һәм һәр ваҡыт бөтә һорауҙарығыҙға яуап бирергә әҙермен.Һеҙ уларҙы миңә хәҙер бирә алаһығыҙ, шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәмә яҙа алаһығыҙ. Мин хәрби частар командованиеһы һәм политруктар менән даими бәйләнештә. Әгәр хәҙеряуапбирә алмаһам, һорау ебәрәм. Борсолмағыҙ. Бер һорауығыҙ ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ", - тип мөрәжәғәт итте ҡатын-ҡыҙҙарға Алик Камалетдинов. Ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттарға гуманитар йөкте нисек тапшырыу, хәрбиҙәрҙең отпуск графиктары һәм ваҡыты, уларҙы дауаханаға һалыу һәм дауалау мәсьәләләре, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу, теге йәки был документтарҙы, аҡсалата түләүҙәрҙе рәсмиләштереү менән ҡыҙыҡһынды. Алик Камалетдинов ентекле аңлатмалар бирҙе һәм республика уларға һәр ваҡыт тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер, тип ышандырҙы. Автор фотоһы.