7 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика математика лицей–интернатының буласаҡ бинаһы нигеҙенә ваҡыт капсулаһын һалыу тантанаһында ҡатнашты. Ошо рәүешле был мөһим объект төҙөлөүенә старт бирелде. Был уҡыу йорто “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы төҙөлә. Уның дөйөм майҙаны 24 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Лицей 360 уҡыу һәм 250 йоҡо урындарына иҫәпләнгән. Унда тотош републикабыҙҙан 6-11-се класс уҡыусылары белем аласаҡ. Радий Хәбиров тәбрикләү һүҙендә был төҙөлөштөң ил етәксеһе ярҙамында мөмкин булыуын билдәләне. -Беҙ күптән лицей төҙөргә уйлағайныҡ. Был турала уҡытыусылар ҙа үтенес белдерҙе. Ошо һорау менән Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт иттек. Дәүләт башлығы беҙҙең проектты хупланы. Күп талантлы йәштәр йәшәгән ҙур республикаға бындай мәктәп кәрәк, - тине республика Башлығы. Төбәк етәксеһе БДИ-ла профиль матерматика тапшырыусы уҡыусылары һаны буйынса Башҡортостандың илдә лидер булыуын бедерҙе. Был предметты республикабыҙ сығарылыш уҡыу