Бөгөн, 7 августа, "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төҙөүселәр көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡаттнашты. Төбәк етәксеһе тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. -Башҡортостанда һуңғы алты йылда дөйөм 53 мең уҡыусы һыйҙырышлы мәктәптәр, балалар баҡсалары, 5 мең урынлыҡ дауаханалар, сменаһына 9 мең кешене ҡабул итерлек поликлиникалар һәм башҡа йөҙләгән мөһим объекттар ҡалҡып сыҡты. Үҫешкән инфраструктуралы - спорт майҙансыҡтары, скверҙары һәм парктары булған - заманса торлаҡ комплекстары төҙөнөләр, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе Башҡортостанда төҙөлөш комплексының әүҙем үҫешеүе тураһында билдәләне. – Беҙҙең бурыс - темптарҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, киләсәккә яҡшы нигеҙҙәр булдырыу ҙа. Республиканың ҡала төҙөлөшө потенциалы бөгөн 6 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ тәшкил итә. Коммуналь инфраструктуралы яңы майҙансыҡтар әҙерләргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан
Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы
7 августа 20257 авг 2025
1 мин