Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һәр һынауҙы лайыҡлы үтә белә

Айҙар Сураҡов – Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан. Әммә егеттең бала сағы, үҙе әйтеүенсә, күберәк Мәләүез ҡалаһы менән бәйле. Айҙар бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған, бокс менән ныҡлап шөғөлләнгән. “Был тәжрибә минең холҡомдо нығытты һәм тәртипкә өйрәтте. Бының өсөн бигерәк тә тренерым Рәүеф Рауил улы Баталовҡа рәхмәтем сикһеҙ. Тап ул миндәге ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттарға нигеҙ һалды, - ти егет. – 9-сы класты тамамлағандан һуң өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа булдым. Дипломды уңышлы яҡлағандас, әрме хеҙмәтенә юлландым. Яҙмыш миңә бүләк яһаны – Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләктем. Хеҙмәт ваҡытында бер нисә тапҡыр парашюттан һикереү мөмкинлеге булды. Был ныҡлыҡҡа һынау булды”. Әрме хеҙмәтендә булыу егеткә “уңайлы биләмә”нән сығырға һәм эргә-тирәләге ваҡиғаларға “айныҡ” ҡарарға өйрәткән. “Тап шул ваҡытта үҙ иркем менән Рәсәй менән Украина сиген һаҡларға, Курск өлкәһенә барырға ҡарар ҡабул иттем. Унда үҙ бурысымды намыҫ менән үтәп ҡайттым”, - ти конкурсыбы

Айҙар Сураҡов – Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан. Әммә егеттең бала сағы, үҙе әйтеүенсә, күберәк Мәләүез ҡалаһы менән бәйле. Айҙар бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған, бокс менән ныҡлап шөғөлләнгән. “Был тәжрибә минең холҡомдо нығытты һәм тәртипкә өйрәтте. Бының өсөн бигерәк тә тренерым Рәүеф Рауил улы Баталовҡа рәхмәтем сикһеҙ. Тап ул миндәге ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттарға нигеҙ һалды, - ти егет. – 9-сы класты тамамлағандан һуң өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа булдым. Дипломды уңышлы яҡлағандас, әрме хеҙмәтенә юлландым. Яҙмыш миңә бүләк яһаны – Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләктем. Хеҙмәт ваҡытында бер нисә тапҡыр парашюттан һикереү мөмкинлеге булды. Был ныҡлыҡҡа һынау булды”. Әрме хеҙмәтендә булыу егеткә “уңайлы биләмә”нән сығырға һәм эргә-тирәләге ваҡиғаларға “айныҡ” ҡарарға өйрәткән. “Тап шул ваҡытта үҙ иркем менән Рәсәй менән Украина сиген һаҡларға, Курск өлкәһенә барырға ҡарар ҡабул иттем. Унда үҙ бурысымды намыҫ менән үтәп ҡайттым”, - ти конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан иң йәш тренер. Тыуған яғына ҡайтҡас, Айҙар үҙен төрлө йүнәлеш буйынса һынап ҡарай. Вахта тормошон танып ҡарау өсөн – помбур, нефть ойошмаларының береһендә һаҡсы булып эшләгән. “Был һөнәрҙәр тормошом эшенә әйләнмәһә лә, мине финанс йәһәттән нығытты һәм ҡиммәтле тәжрибә бүләк итте. Ҡай саҡ үҙеңде табыу өсөн һиңә тәғәйенләнмәгән әйберҙәр аша үтеү кәрәклеге тураһында белдем”, - тип һөйләне Айҙар. Айҙар спортҡа тормош фәлсәфәһе кеүек тә ҡарай. Үҙе аңлатыуынса, спортҡа кире ҡайтырға, әммә был ғәмәлде яңы сифатта атҡарырға булған. Уның маҡсаты – тәненән “ҡорал” яһау. “Был ябай ғына физик трансформация түгел, үҙ-үҙең өҫтөндә ныҡлап эшләү – ихтыяр көсө, сыҙамлылыҡ һәм рух төшөнкөлөгөнә бирелмәү кеүек сифаттар тәрбиәләү, - тип уй-тәьҫораттары менән уртаҡлашты Айҙар. – Спорт – ул минең өсөн тәртип, даими үҫеш. Тәнемде лә, холҡомдо ла, яңы саҡырыуҙарға һәм ҡаҙаныштарға әҙерләп, сыныҡтырам. Минең юлым – яугир юлы. Унда һәр этап еңел бирелмәһә лә, хатта иң ҡатмарлыһы ла, яңы юғарылыҡҡа күтәрелеү”. Бөйөн Айҙар Сураҡов Өфөләге “Метро Фитнес”та персональ тренер булып эшләй. “Был эш урыным ғына түгел, клиенттар менән үҙебеҙгә яңы версияны булдырыу урыны ла”, - тип әйткән егет эшендә үҙенең яугирлек һәм спорт тәжрибәһендә тупланған программаларҙы файҙалана. Уның ысулы “Тән ҡоралы кеүек” тип атала. Һөҙөмтәлә, тренерҙың билдәләүенсә, был күнекмәләр кешене тормош ауырлыҡтары алдында баҙап ҡалмаҫҡа, киреһенсә, йәшәү рәүешен үҙгәртеү сәбәбенә әйләнеү юлына әүерелә. “Бөгөн спорт менән шөғөлләнә башламаһағыҙ, бер йылдан һуң ныҡ үкенәсәкһегеҙ”, - ти “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан иң йәш тренер Айҙар Сураҡов. Уның өсөн https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604 һылтанмаһы буйынса тауыш бирергә онотмағыҙ. Йәш тренер Айҙарҙы һәм тормошон спорт, физкультура, сәләмәт тормош алып барыу менән бәйләгән барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы ла етеп килгән Физкультурниктар көнө менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Иң мөһиме – ныҡлы һаулыҡ, именлек булһын, көтөлмәгән ҡыуаныс-шатлыҡтар тормошобоҙға йәм, йәшәү көсө өҫтәһен! Фотолар: Айҙар Сураҡовтың шәхси архивынан.