«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды иҫәбенә Мәләүез районы Смаҡ ауылы ветераны Илдар Кәбировтың торлағы аҡыллы йорт системаһы менән йыһазландырылған, шулай уҡ махсуслаштырылған карауат, уның физик талаптарына ярашлы кухня, бар уңайлыҡтары булған ванна урынлаштырылған, саң һурҙырғыс һатып алынған, бүлмәләргә яңы ишектәр ҡуйылған. 2022 йылдың октябрендә үҙ теләге менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға киткән яугир ялғы һыҙыҡта ҡаты яралана, яраларҙан һуң хәрәкәтләнә алмай. Әммә яугир тулы тормош алып барырға тырыша, һәм был эштә уға республикалағы дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары Альбина Арыҫланова һәм Ләйсән Мәхмүтова ярҙам итә.