Башҡортостандың Ҡармыҫҡалы районы Прибельский ауылында «Тормош өсөн инфраструктура» (национальный проект «Инфраструктура для жизни») милли проекты буйынса “Үҙәк майҙан” паркы төҙөкләндерелгән. Элекке ташландыҡ урында төрлө йәштәге кешеләр өсөн ял зонаһы барлыҡҡа килгән, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы. Парк өс этапта төҙөкләндерелгән. 2023 йылда биләмәлә тренажерҙар һәм мини-футбол майҙансығы ҡуйылған, ә 2024 йылда унда хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән.Йомғаҡлау этабы барышында белгестәр йәйәүлеләр өсөн юлдар, яҡтыртыу бағаналары ҡуйған. Әйткәндәй, 2019 йылдан 2024 йылға тиклем төбәктә дөйөм алғанда 806 биләмә яңыртылған, быйыл тағы ла 94 йәмәғәт киңлеге яңыртыласаҡ. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – халыҡ йәшәгән биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлауҙы, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереүҙе, уға бәйле барлыҡ социаль-коммуналь инфраструктураны булдырыуҙы һәм яң