Башҡортостандың Меләүез районындағы һөт- консерва заводы Ҡытай Халыҡ Республикаһына 18 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы ҡоро һөт партияһын оҙатты. Башҡортостандан сит илдәргә ауыл хужалығы продукцияһын тәьмин итеүҙе арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Быйыл ете айҙа ғына Башҡортостан Ҡытай Халыҡ Республикаһына дөйөм ауырлығы 130 тоннанан ашыу булған 18 партия ҡоро һөт оҙатҡан. Һөт ризыҡтары партияһы, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Таможняһының Генераль идаралығы талаптарына ярашлы, Россельхознадзор идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы Дәүләт сигендәге ветеринария күҙәтеүе һәм транспорт идаралығы белгестәре тарафынан тикшерелгән һәм эшкәртелгән. Россельхознадзор ҡарамағындағы «ВНИИЖЖ» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының һынау лабораторияһында эшкәртелгән бейә һөтө продукцияһы өлгөләре тулы ла