Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә Ишембай-Воскресенск-Мәләүез юлында капиталь ремонт дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Воскресенск ауылы эргәһендәге ике километр оҙонлоҡтағы участкала төҙөүселәр түшәм ҡатламын һалған, ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһынан нигеҙен төҙөп бөтөргән һәм асфальт һала башлай. Әле юлсылар асфальт-бетон япма һалырға, юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр ҡуйырға ниәтләй. – Элек юл ҡырсынташ менән ҡапланған була. 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уны капиталь ремонтлау башланды. Бөтә эштәр тамамланғандан һуң юл асфальт-бетонға әйләнә. Капиталь ремонт һөҙөмтәһендә Воскресенск ауылынан йөк трафигын сығарыу һәм ике меңдән ашыу кеше өсөн йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкин буласаҡ, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Эштәр график буйынса алып барыла. 2025 йылда И