Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Республикала кадрҙар буйынса иң яҡшы белгестәр билдәләнде

Башҡортостанда мәшғүллек өлкәһендә IV Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Бындай ярыштар «Кадрҙар» милли проектына (национальный проект «Кадры») ярашлы үтә. «Кадрҙар үҙәгенең иң яҡшы белгесе» номинацияһында Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы буйынса «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге филиалының карьера консультанты Эльвира Опульскис беренсе урын яуланы. МХО ветерандары менән эшләү буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге филиалы хеҙмәткәре Татьяна Тянутова иң яҡшы белгес булды. Улар көҙ көнө Башҡортостан исеменән конкурстың федераль этабында сығыш яһаясаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк. Ә икенсе кимәлдәге «Иң яҡшы кадрҙар үҙәге» номинацияһында республиканы Сибай ҡалаһынан кадрҙар үҙәге филиалы яҡлаясаҡ. – Заманса мәшғүллек үҙәге – ул пособиелар биреү учреждениеһы ғына түгел, ә граждандар алдында профессиональ үҫештең реаль карьера

Башҡортостанда мәшғүллек өлкәһендә IV Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Бындай ярыштар «Кадрҙар» милли проектына (национальный проект «Кадры») ярашлы үтә. «Кадрҙар үҙәгенең иң яҡшы белгесе» номинацияһында Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы буйынса «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге филиалының карьера консультанты Эльвира Опульскис беренсе урын яуланы. МХО ветерандары менән эшләү буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге филиалы хеҙмәткәре Татьяна Тянутова иң яҡшы белгес булды. Улар көҙ көнө Башҡортостан исеменән конкурстың федераль этабында сығыш яһаясаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк. Ә икенсе кимәлдәге «Иң яҡшы кадрҙар үҙәге» номинацияһында республиканы Сибай ҡалаһынан кадрҙар үҙәге филиалы яҡлаясаҡ. – Заманса мәшғүллек үҙәге – ул пособиелар биреү учреждениеһы ғына түгел, ә граждандар алдында профессиональ үҫештең реаль карьера мөмкинлектәрен һәм перспективаларын асыусы майҙансыҡ, – тип билдәләне конкурс комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Төбәктә мәшғүллек хеҙмәтен модернизациялау буйынса федераль пилот проекты сиктәрендә яңыртылған «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәре хеҙмәт баҙарының үҙгәреүсән талаптарына тап килеүен тәьмин итә. Улар хеҙмәт ресурстарына ихтыяжды күҙаллай, ҡайтанан уҡытыу һәм һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр бирә, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр һәм белгестәр өсөн шәхси карьера траекторияһын булдырырға ярҙам итә. Фото: pravitelstvorb.ru