2022 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән республикала «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йырҙар конкурсы уҙғарыла. Ошо йылдар эсендә ул ҡатнашыусылары һәм тыңлаусы-тамашасылары араһында билдәлелек яулап өлгөрҙө. Быйыл "Геройҙар ваҡыты" тағы ла күләмлерәк сараға әүерелә: ул Рәсәй Оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» мәҙәни-ағартыу федераль проекты программаһына индерелгән. Шулай итеп, быйыл 21-27 августа Өфө патриотик мәҙәниәт үҙәгенә әйләнә - баш ҡалабыҙҙа IV «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йыр конкурсы үтә. Ул илһөйәрлек темаһына яҙған яңы авторҙар һәм үҙенсәлекле композициялар эҙләүгә, зауыҡты формалаштырыуға, үҫеп килгән быуында рухи мәҙәниәт, гражданлыҡ тойғоһон һәм лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Быйылғы сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арнала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйы