Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн Ғафури районында авария була. “Лада Гранта” автомобиле Красноусол – Еҙем-Ҡаран автомобиль юлы буйлап хәрәкәт иткәндә Аҡташ ауылы янында юлдан оса һәм түңкәрелә. Руль артында ҡатын, салонда уның алты балаһы була, уларҙың иң кесеһенә – ике йәш. Водителгә - 32 йәш. БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын балалары менән күрше ауылға һыу инергә барған. Водитель идара итеүҙе юғалта һәм автомобилдең кюветҡа йығылыуына юл ҡуя. 2, 10 һәм 11 йәшлек өс баланы Стәрлетамаҡ дауаханаһына алып киләләр, өсәүһен туғандарына тапшыралар. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, улар араһында ауыр пациенттар юҡ. Зыян күреүселәрҙең хәле ҡәнәғәтләнерлек һәм табиптар контроле аҫтында. Ҡатын-ҡыҙға пассажирҙар ташыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штраф янай. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.