Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Айҙар Ғәлимов ҡыҙы Айгизә тураһында һөйләгән...

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов бер әңгәмәлә ғаиләһе, балалары, айырыуса ижад юлын һайлаған ҡыҙы Айгизә тураһында һөйләгән. – Хәҙер балалар үҙ юлдарын тапты. Оло ҡыҙымдың үҙ ғаиләһе бар. Айгизә ҡыҙымды айырып әйтәм. Ул үҙе ижади юлды һайлағас, мине яҡшыраҡ аңлай башланы. Ә былай, атаймы – атай. Ул тегендә-бында уҡый. үҙе лә ижад юлына инеп киткәс кенә был эштең ауырлығын аңланы. Айгизә балаҡайым мине аңланы. Мин дә уны аңлайым. Башта ҡаршы булдым. “Ҡыҙым, ҡыҙ бала өсөн ауыр юл һайланың”, - тип әйттем. Икенсе яҡтан, ул бит уны яратып эшләй, күңеле тарта, уның һөҙөмтәләрен күрә, уның маҡсаттары бар. Әйҙә, һин табип бул, беҙгә табип кәрнәк, тип әйтһәң, ни булыр ине? Ул – уның тормошо. – Айгизә бик яҡты, бик үҙенсәлекле, ҡыйыу образдарҙа. Ул бер тапшырыуҙа үҙен тәнҡитләүҙәргә өйрәнеүе тураһында әйтте. Һеҙ уға теләктәшлек белдерәһегеҙме? Әллә “үҙ юлы, үҙ уңыштары, үҙ хаталары” тип ҡабул итәһегеҙме? – Ул юл хаталы булһа ла, үҙе үтергә тейеш. Был йәштә кешегә нимәл

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов бер әңгәмәлә ғаиләһе, балалары, айырыуса ижад юлын һайлаған ҡыҙы Айгизә тураһында һөйләгән. – Хәҙер балалар үҙ юлдарын тапты. Оло ҡыҙымдың үҙ ғаиләһе бар. Айгизә ҡыҙымды айырып әйтәм. Ул үҙе ижади юлды һайлағас, мине яҡшыраҡ аңлай башланы. Ә былай, атаймы – атай. Ул тегендә-бында уҡый. үҙе лә ижад юлына инеп киткәс кенә был эштең ауырлығын аңланы. Айгизә балаҡайым мине аңланы. Мин дә уны аңлайым. Башта ҡаршы булдым. “Ҡыҙым, ҡыҙ бала өсөн ауыр юл һайланың”, - тип әйттем. Икенсе яҡтан, ул бит уны яратып эшләй, күңеле тарта, уның һөҙөмтәләрен күрә, уның маҡсаттары бар. Әйҙә, һин табип бул, беҙгә табип кәрнәк, тип әйтһәң, ни булыр ине? Ул – уның тормошо. – Айгизә бик яҡты, бик үҙенсәлекле, ҡыйыу образдарҙа. Ул бер тапшырыуҙа үҙен тәнҡитләүҙәргә өйрәнеүе тураһында әйтте. Һеҙ уға теләктәшлек белдерәһегеҙме? Әллә “үҙ юлы, үҙ уңыштары, үҙ хаталары” тип ҡабул итәһегеҙме? – Ул юл хаталы булһа ла, үҙе үтергә тейеш. Был йәштә кешегә нимәлер өйрәтә башлаһаң, “быныһы ярамай, тегеләй-былай” тип, миңә ҡалһа, ул һөҙөмтә бирмәҫкә лә мөмкин. Мин ҡаршы килмәҫкә тырышам. “Маладис, ҡыҙым”, - тип кенә лә әйтә алмайым, уның бит миңә оҡшамаған мәлдәре лә булырға мөмкин. Мин уға ҡамасауламаҫҡа тырышам. Үҙе үтһен, ҡайҙа – аҡ, ҡайҙа ҡара икәнен үҙе күрһен. Үҙе аңлар, барып етер. – Артист булараҡ, ул һайлаған юлға нисек ҡарайһығыҙ? ­– Башта уҡ хупланым тип әйтә алмайым. Ҡыҙ балаға бигерәк тә ауыр. Ир-атҡа ла еңел түгел. Ирле-ҡатынлы дуэт булғанда, бер-береһенә терәк булып баралар әле. Уға ҡаршы булыу – ҡанаттарын ҡайырыу, тип уйлайым. Бөгөнгө көндә теләктәшлек белдерәм, кәңәшләр ҙә бирәм, концерттарымда ҡатнаштырырға тырышам. Улар башҡа төрлө “мәктәпте” үтте. Алай ҙа татар, башҡорт моңон, телде һаҡлап ҡала алдылар. Редакциянан: Әйткәндәй, әлеге фотоға ҡарап, күптәр Айгизәне әсәһенә - Зилә ханыма оҡшатҡан. Һеҙҙеңсә нисек, оҡшағанмы? Сығанаҡ: https://vk.com/tatar_estrad