Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Светлана Верещагина Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығының икенсе указы менән Зөһрә Гордиенко үҙ теләге менән ошо вазифанан бушатылды. Белешмә: Верещагина Светлана Михайловна 1982 йылдың 10 февралендә Күмертау ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда “Башҡортостан тимер юл банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә башлай. 2005-2011 йылдарҙа коммерция ойошмаларында төрлө вазифаларҙа эшләй. - 2011-2013 йылдарҙа – Бөрө районы хакимиәтенең иҡтисади үҫеш, сәнәғәт һәм инвестициялар бүлегенең баш белгесе. - 2013-2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының сауҙа, ҡулланыусылар кооперацияһы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты. - 2014-2016 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Сауҙа