Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфө малайына мөғжизә ярҙам итте

Билдәһеҙ кеше Өфөнән мускул дистрофияһы сире менән көрәшкән дүрт йәшлек Давидҡа тәғәйенләп ике миллион доллар күсерә һәм Ғиззәтовтар ғаиләһе иғлан иткән аҡса йыйыу эшен туҡтатырға мөмкинлек бирә.⠀ Малайҙы дауалай алған берҙән-бер препарат - "Элевидис" уколы. Әммә ғаилә уны һатып ала алмай, сөнки ҡыйбат - 265 миллион һум тора. Давидтың ата-әсәһе аҡса йыйыу иғлан итә, был эштә ябай халыҡ, шулай уҡ билдәле шәхестәр ҡатнаша. 31 июлдә малайҙың ғаиләһе бөтә кәрәкле сумманың йыйылғанын хәбәр итте. "Кисә билдәһеҙ меценат Давид иҫәбенә етмәгән сумманы күсерҙе! Беҙ был юлды үттек! Был эштә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Һәр берегеҙҙе яратам һәм ҡосаҡлайым! - тип белдерҙе социаль селтәрҙә малайҙың әсәһе Элина Ғиззәтова. Хәҙер ғаилә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге клиникаға юллана, унда Давидҡа мускул дистрофияһы сирен оноторға мөмкинлек биргән укол яһаласаҡ. Фото: Э. Ғиззәтованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.