Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Юлдаш радиоһы

Боланут сәйе әҙерләй беләһе геҙме?

Боланутты июнь аҙағынан август урталарына тиклем йыйырға була.  Аяҙ, ҡоро көндә, ысыҡ кипкәс йыйырға кәңәш ителә. Үләнде йыйғас, күләгәле урында япраҡтарҙы бер аҙ (6-12 сәғәт самаһы) һулытып алырға, япраҡтар үтә ныҡ кипмәҫкә тейеш. Артабан япраҡтарҙың һуты сыҡҡансы ыуырға, ваҡларға һәм быяла йәки эмалләнгән һауытҡа һалып, ҡараңғы һәм йылы урынға ферментларға ҡуйырға. Ферментлау барышының ваҡытына сәйҙең төҫө, үҙенсәлеге бәйле. 5-6 сәғәт ферментланһа – йәшел сәй, оҙағыраҡ тотһаң – ҡыҙыл, тәүлектән ашыу ваҡыт үтһә, ҡара сәй килеп сыға. Артабан кемдер газ плитәһе өҫтөндә табала, икенселәр духовкала йәки мейестә (үтә ҡыҙыу булмаһын, яҡынса 80-100 градус эҫелек етә) киптереп ала. Аҙаҡ күгәрмәһен өсөн 3-4 көн асыҡ һауала ныҡлы киптерергә кәрәк. Сәйегеҙ тәмле булһын ☕️

Боланут сәйе әҙерләйбеҙ
Боланут сәйе әҙерләйбеҙ

Боланутты июнь аҙағынан август урталарына тиклем йыйырға була. 

Аяҙ, ҡоро көндә, ысыҡ кипкәс йыйырға кәңәш ителә.

Үләнде йыйғас, күләгәле урында япраҡтарҙы бер аҙ (6-12 сәғәт самаһы) һулытып алырға, япраҡтар үтә ныҡ кипмәҫкә тейеш. Артабан япраҡтарҙың һуты сыҡҡансы ыуырға, ваҡларға һәм быяла йәки эмалләнгән һауытҡа һалып, ҡараңғы һәм йылы урынға ферментларға ҡуйырға.

Ферментлау барышының ваҡытына сәйҙең төҫө, үҙенсәлеге бәйле. 5-6 сәғәт ферментланһа – йәшел сәй, оҙағыраҡ тотһаң – ҡыҙыл, тәүлектән ашыу ваҡыт үтһә, ҡара сәй килеп сыға. Артабан кемдер газ плитәһе өҫтөндә табала, икенселәр духовкала йәки мейестә (үтә ҡыҙыу булмаһын, яҡынса 80-100 градус эҫелек етә) киптереп ала. Аҙаҡ күгәрмәһен өсөн 3-4 көн асыҡ һауала ныҡлы киптерергә кәрәк.

Сәйегеҙ тәмле булһын ☕️