Арабыҙҙа ғүмерен спортҡа арнаған замандаштарыбыҙ бихисап. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ихлас ҡатнашҡан, сығышы менән Әбйәлил районының Амангилде ауылынан булған, ошо тыуған ауылына тоғролоҡ һаҡлаған Нил Мәһәҙей улы Ҡужәхмәтов – тап шундайҙарҙан. Ул оҙаҡ йылдар Амангилде урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән осорҙа уҡыусыларының, тәрбиәләнеүселәренең генә түгел, уларҙың ата-әсәһенең, ауылдаштарының, яҡташтарының да хөрмәтен яулаған. Геройыбыҙҙың ата-әсәһе Хәтирә менән Мәһәҙей Ҡужәхмәтовтар биш балаһында ла спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға һөйөү тәрбиәләп үҫтергән. - Ғаиләбеҙҙә спорт ябай хобби ғына түгел, ә ысын йола һәм ул быуындан-быуынға күсеп килә. Әсәйемдең һәм атайымдың миҫалында беҙ ғаиләлә әүҙем булып, урамда йүгереп, ярыштарҙа ҡатнашып үҫтек, – ти Нил Мәһәҙей улы. - Ауылдағы клуб артындағы майҙансыҡта йыш ҡына волейбол уйнай торған инек. Ғөмүмән, беҙҙең быуын вәкилдәре спорт менән дуҫ булып буй еткерҙе. Амангилде урта мә