Ауырыған күҙҙәре шифалау ысулдары:«Йә, Раббым! Ауырыу күҙҙәремә шифа бир!» тигән ниәт менән бер юлы 11 мәртәбә әр-Рағд (Күк күкрәү) сүрәһен уҡыу кәрәк. Хәҙрәт Ләйес һөйләгән: «Бер ваҡыт хәҙрәт Ғәмир ибн Ғүкбәнең күҙҙәре ауыртҡанын күргән инем. Шунан, күпмелер ваҡыт үтеп, уны йәнә осратҡас, күҙҙәре һау-сәләмәт булғанын күрҙем. Мин, ғәжәпләнеп: «Күҙҙәреңде кем шифаланы?» - тип һораным. Ғәмир былай тип яуап бирҙе: «Төштә берәүҙе күрҙем, ул миңә: «Йә Ҡариб. Йә Мүджиб. Йә Сәмиғад-дүға. Йә Ләтийфән лимә йәшә. Рүддә ғәләййә бәсари» тип доға ҡыл! – тине. – Ошо доғаны уҡыған инем, күҙҙәрем асылды, күрә башланым, күҙем нуры үҙ урынына ҡайтты», — тип яуап бирҙе. «Аллаһүммә инни әғүҙү нура бәсари би-нурил-ләһил-ләзи лә йәтфә'ә» тип доға ҡылғас, Аятел Көрси уҡыр һәм шул уҡығандың һулышын ҡул остарына өрөп, өс мәртәбә ауырыу күҙҙәрҙе һыйпар кәрәк. Шунан Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорап 100 мәртәбә: «Рәсүллүллаһ. Йә Та һә. Йә Нураль-ғайн үә шифә'әһә» тип әйтергә кәрәк. Шунан шул уҡығандың тынын ҡул устарына өрөп, йәнә ауырыу күҙҙәрҙе һыйпарға кәрәк. Әҫәрҙәрҙә былай тиелгән: «Күҙ зәғифлегенән күҙ күреүе насарланған кеше күҙҙәрен шифаландырыу ниәте менән яңы ай күренгәс йәки 1-се, 2-се, йәки 3-сө көндө яңы айға ҡараһын, шунан уң ҡул менән күҙҙәрен һыпырһын. Шунан һуң 10 мәртәбә әл-Хәмд сүрәһен (Фатиха), өс мәртәбә әл-Ихлас сүрәһен уҡып, ете мәртәбә: «Шифә'ән мин күлли дә'ин. Бирахмәтикә йә әрхәмәр-рахимиин» тип доға ҡылһын һәм ҡул устарына өрөп, ҡабат күҙҙәрен һыпырһын. ИншаАллаһ күҙҙәренә сәләмәтлек ҡайтыр. Күҙ ауырыуы төрлө була. Күҙ ауырыуының берәй төрө менән интеккән кеше доғаны бер аҙна буйына, иртәнге ваҡытта бер юлы өсәр мәртәбә уҡыһын. Шулай уҡ күҙгә операция яһатҡан кеше лә уҡыһын. ИншаАллаһ, файҙаһы булыр". Фото: "Башинформ". Сығанаҡ: https://vk.com/wall-107891741_149268