Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡыҙы ла, улы ла сәләмәт тормош алып барыу яҡлы

Фуат Муллағәлим улы Мусакәлимов Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында балаларға еңел атлетика буйынса күнекмәләр үткәрә. Уның төрлө йылдарҙағы тәрбиәләнеүселәре икенсе йыл рәттән мини-футбол буйынса “Олотау йыйыны” халыҡ-ара ярышында сығыш яһай. Тренерҙың улы Айнур ҙа футбол һәм еңел атлетика менән әүҙем шөғөлләнә. Өҫтәүенә йүгереү буйынса зона һәм республика ярыштарында призлы урындар яулаған. Әле ул Өфө дәүләт авиация техник университетын уңышлы тамамлағандан һуң, Екатеринбург ҡалаһындағы Урал граждандар авиацияһы заводында уңышлы эшләп йөрөй. Унда ла Ҡыйғы егете мини-футбол, еңел атлетика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Тренерҙың ҡыҙы Алина ла мәктәптә белем алған сағында саңғы ярыштарында үҙ көсөн даими һынап ҡарай. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетыны тамамлағандан һуң Өфөлә медицина тармағында эшләй. Ике йыл элек “Забег.РФ” ярыштарында 10 километр арауыҡҡа йүгергән. Фуат Муллағәлим улы тураһында иғтибарлы, яуаплы, шул уҡ ваҡытта талапсан да тренер, тиҙәр. Башлан

Фуат Муллағәлим улы Мусакәлимов Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында балаларға еңел атлетика буйынса күнекмәләр үткәрә. Уның төрлө йылдарҙағы тәрбиәләнеүселәре икенсе йыл рәттән мини-футбол буйынса “Олотау йыйыны” халыҡ-ара ярышында сығыш яһай. Тренерҙың улы Айнур ҙа футбол һәм еңел атлетика менән әүҙем шөғөлләнә. Өҫтәүенә йүгереү буйынса зона һәм республика ярыштарында призлы урындар яулаған. Әле ул Өфө дәүләт авиация техник университетын уңышлы тамамлағандан һуң, Екатеринбург ҡалаһындағы Урал граждандар авиацияһы заводында уңышлы эшләп йөрөй. Унда ла Ҡыйғы егете мини-футбол, еңел атлетика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Тренерҙың ҡыҙы Алина ла мәктәптә белем алған сағында саңғы ярыштарында үҙ көсөн даими һынап ҡарай. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетыны тамамлағандан һуң Өфөлә медицина тармағында эшләй. Ике йыл элек “Забег.РФ” ярыштарында 10 километр арауыҡҡа йүгергән. Фуат Муллағәлим улы тураһында иғтибарлы, яуаплы, шул уҡ ваҡытта талапсан да тренер, тиҙәр. Башланған эшенә “үҙен тотошлай бағышлай”, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Бының өсөн тренер шәхси ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Тап ошондай фиҙакәр хеҙмәте менән ул тәрбиәләнеүселәренең һәм уларҙың ата-әсәләренең хөрмәтен яулаған. Фуат Муллағәлим улының хеҙмәтенең төп маҡсаты – балаларҙы мөмкин тиклем күберәк сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү, спортҡа һөйөү тәрбиәләү, еңел атлетика һәм футбол менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм был тармаҡтарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеү. Тренерҙың фиҙпкәр хеҙмәте Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының маҡтау грамотаһы менән баһаланған. Ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. “Улар сәләмәт тормош яҡлы” тип исемләнгән конкурста әүҙем ҡатнашҡан Фуат Муллағәлим улы һәм башҡалар өсөн тауышты түбәндәге һылтанма буйынса бирә алаһығыҙ: : https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604 Фотолар: Фуат Мусакәлимовтың шәхси архивынан.